«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ер участкаларының сифаты тикшереләсәк



20.02.2013 Ер участкаларының сифаты тикшереләсәк

Быйыл майға тиклем Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты төбәктәрҙә күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкалары биреү буйынса эшкә анализ яһарға ниәтләй. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тейешле бойороғо ла бар.
Тикшереү барышында һәр төбәктә участкаларға ихтыяж улар­ҙың ғәмәлдәге һаны менән сағыштырыласаҡ, төбәк һәм муниципаль властарҙың участкаларҙа тейешле инфраструктура булдырыу буйынса мөмкинлектәре баһаланасаҡ.
Беҙҙә өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған йә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары бүлеү процесын Башҡортостан Президенты ла, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары ла контролдә тота. Участкалар бер тапҡыр һәм бушлай бирелә, тейешле норматив-хоҡуҡи база булдырылған.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 3260 күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 706 ғаилә бушлай ер участкаһы алған. Бөгөн республикала 35730 күп балалы ғаилә бар, уларҙың яртыһынан әҙерәге ер участкаһы алыуға ғариза яҙған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға