20.02.2013 Донъя яңылыҡтары
Кемдәр һеҙ, байҙар?
«СЕО» журналы 2012 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң бай кешеләре рейтингын билдәләгән.
Былтыр уларҙың һаны 131 кеше булған. Миллиардерҙарҙың капиталын бергә ҡушһаң, 450 миллиард доллар була. Был сумма Рәсәй бюджетының килем өлөшөнән дә ҙур. Иң бай кешеләрҙең береһе − «Металлоинвест»ты ойоштороусы Алишер Усманов. Уның байлығы 19 миллиард доллар тәшкил итә. Икенсе урында 17,2 миллиард доллар капиталға эйә Яңы Липецк металлургия комбинаты хужаһы Владимир Лисин килә. Өсөнсө урын «Ренова» компаниялары менән етәкселек итеүсе Виктор Векселбергҡа бирелгән. Елена Батурина иң бай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булып һанала.
Йәш тәмәкеселәр булмаһын өсөн
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бәлиғ булмағандарҙы диспансерлаштырыуҙың яңы тәртибен раҫланы.
Уға ярашлы, йыл һайын 10 йәштән үткән балаларҙың тәмәке тартыу-тартмауы тикшереләсәк. Уҡыусыларға шулай уҡ, ҡан анализдары биреүҙән тыш, эске ағзаларына УЗИ үтеү, ҡалҡан биҙен тикшереү ҙә ҡаралған. Мотлаҡ медицина страховкалау фонды был маҡсатҡа 35 млрд һум аҡса бүләсәк. Бер балаға медицина тикшеренеүе үткәреү 1310 һумға төшәсәк.
Дәүләт етәксеһе кем булыр?
Әрмәнстан халҡы республика президентын һайлай.
Дәүләт етәксеһе вазифаһына ете кеше дәғүә итә. Бер кандидат та 50 процент тауыш йыймаһа, һайлауҙар ике турҙа үтәсәк. Дәүләт етәксеһе биш йылға һайлана һәм ул президент булып икенсе мөҙҙәттә эшләй алмай.
Һайлау комиссияһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге Президент Серж Саргсян һайлаусыларҙың иң күп тауышын йыйған.
Рәсәй ярҙам итә
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Сүриәлә барған граждандар һуғышында 60 мең кеше һәләк булған.
Был аҙнала РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тынғыһыҙ ғәрәп иленә 44 тонна гуманитар ярҙам алып барасаҡ. Был самолеттар менән Рәсәй граждандары Мәскәүгә ҡайта ала.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.