15.02.2013 Йәнлектәр ҙә беҙҙән игелек көтә
Башҡортостандың ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгендә кейек-януарҙар һаны арта. Ошо көндәрҙә унда Салауат районынан өс ҡабан сусҡаһы килтерелгән.
Әлкә ауылынан Айрат Шәмсетдинов ҡаргиҙәрҙә йөрөгәндә ҡарағай төбөндә хәлһеҙләнгән ҡабанды күреп ҡала. Мәрхәмәтле йөрәкле ир, был хәлде күреп, тыныс ҡала буламы! Ул хайуанды өйөнә алып ҡайта, ветеринарға күрһәтә һәм бер нисә көн үтеүгә ҡабандың хәле яҡшыра. Ошоға оҡшаш мәрхәмәтлек Нәсибаш ауылы янында ла теркәлә. Бында ике ҡабанды БР Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы вәкиле ҡотҡара. Әле улар, үрҙә әйтелгәнсә, Кушнаренко районында урынлашҡан махсус үҙәккә килтерелгән. Бөгөн бында ҡоралайҙар, 13 фазан йәшәй.
ҡырағай хайуандар ҙа йыш ҡына кеше ярҙамына мохтаж була шул. Битараф ҡалмау – беҙҙең намыҫта.
А. АҡБУЛАТОВА.