15.02.2013 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда 2012 йылда ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙарға субсидия бирелә башланы. Былтыр республиканың агросәнәғәт комплексы ҙур зыян күрҙе, ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимы 46 районда һәм өс ҡала округында индерелде. Аномаль эҫе көн торошо арҡаһында сәсеүлектәрҙең биштән бер өлөшө һәләк булды.
Өфө демографик күрһәткестәр, сәнәғәт производствоһы индексы, уртаса айлыҡ эш хаҡы күләме, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса миллионлы ҡалалар араһында лидерҙар иҫәбендә. Был күрһәткес – 2012 йыл йомғаҡтары. Нимәһе яҡшы – баш ҡала халҡының аҡсалата килеме лә артҡан.
Республикала 600-ҙән ашыу осоусы һәм 200-ҙән ашыу шахтер пенсияларына өҫтәмә аласаҡ. Өҫтәмә суммаһы эш стажы 25 йылдан да кәм булмаған (ҡатын-ҡыҙҙарға – 20) осоусыларға – уртаса 11,5 мең, күмер сәнәғәтендә ер аҫтында эшләү стажы 25 йылдан да кәм булмаған (1991 йылдың 1 ғинуарына тиклем) пенсионер-шахтерға өс мең һум буласаҡ. Үҙгәрештәр майҙа, август һәм ноябрҙә лә көтөлә.
“Бала табыу сертификаты” (“әсәлек капиталы”) тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда тыуым 42 меңдән (2006 йыл) 57 меңгә тиклем (2012 йыл) артҡан. Былтыр әлеге программаға фонд тарафынан 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Капиталды 56 меңдән ашыу ҡатын файҙаланған.
Башҡортостанда тулайым һауым йыл башынан 134738 тонна тәшкил иткән. Шуның 61626 тоннаһы төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында етештерелгән. Бөгөн иң күп һөттө (тәүлегенә 11 – 15 килограмм) Ауырғазы, Дүртөйлө, ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош райондарында һауалар.
“Мәрхәмәт” фондында церебраль фалиж менән сирле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн консультациялар ойошторолдо. Улар Республика балалар клиник дауаханаһының алдынғы табиптары һәм Санкт-Петербургтан хирург-ортопед Владимир Кенис менән аралашты. Өфөлә балалар церебраль фалижы менән сирлеләр өсөн реабилитация үҙәген асыу мәсьәләһе лә тикшерелә.
Быйыл Өфөлә 100-шәр трамвай һәм троллейбус, 20 электробус һатып алыу күҙаллана. Үткән йылда дүрт заманса трамвай һәм биш троллейбус алынған. Элекке транспорт менән сағыштырғанда, яңылары электр энергияһын 40 процентҡа әҙерәк ҡуллана.
А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.