«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юлдарға аҡса бүленде



15.02.2013 Юлдарға аҡса бүленде

Юлдарға аҡса бүленде
Башҡортостанда “2013 – 2015 йылдарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” тип аталған маҡсатлы программа раҫланды. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллиард 165 миллион һум аҡса бүленәсәк. Программаның маҡсаты – 2015 йылға тиклем юлдарҙа фажиғәләр һанын, 2010 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 9 процентҡа кәметеү. Рәсми хәбәр буйынса, 2010 йылда республикала юл фажиғәләрендә 658 кеше һәләк булған. Ә инде 2015 йылда был күрһәткес кәмендә туғыҙ процентҡа кәмер, тип ышанғы килә.
Күрһәткестәрҙе юл-транспорт фажиғәләрен алдан иҫкәртеү, аварияға эләккәндәргә беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү системаһын камиллаштырыу, юлдарҙы хеҙмәтләндереүсе төрлө ойошмаларҙың үҙ-ара әүҙемерәк аралашыуын ойоштороу кеүек профилактик эштәр ярҙамында ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ниәтләйҙәр.
Маҡсатлы программа федераль һәм республика бюджетынан финансланасаҡ. Шулай уҡ Өфө ҡалаһының бюджеты аҡсаһын да тотонорға иҫәпләйҙәр. Сығым­дарҙың күпселек өлөшө автоҡалалар төҙөү, мәғариф һәм медицина учреждениелары эргәһенә светофорҙар ҡуйыу, юлдарҙа тәртипте көйләүсе техниканы камиллаштырыу кеүек капиталь эштәр өсөн тотоноласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға