15.02.2013 Фонд яңы составта әүҙем эшләйәсәк
Социаль маҡсатлы программалар фондының Попечителлек советының яңы составы раҫланды. Уның менән Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов таныштырҙы. Совет составына Марат Мирғәзәмов, Шамил Әбдрәшитов, Миңлерәйес Усманов инде. Улар фондҡа йүнәлтелгән бюджеттан тыш средстволарҙы тигеҙ бүлеүҙе тәьмин итәсәк.
Социаль маҡсатлы программалар фонды 2009 йылда булдырылған, әммә былтырғаса ул тейешле кимәлдә эшләмәгән. Фонд советы етәксеһе итеп Владимир Балабанов тәғәйенләнде. Совет айына бер тапҡыр йыйылып, средстволарҙы бүлеү мәсьәләһен хәл итәсәк.
Әйткәндәй, фонд эшмәкәрлеге төбәктә социаль сығымдарҙың артыуына бәйле. Республика бюджеты ярайһы уҡ ҙур булыуына ҡарамаҫтан, сығымдар өлөшөндә социаль өлкәгә бүленгән средстволар күләме арта. РФ Президентының 2012 йылдың 7 майындағы Указдарын үтәү тәү сиратта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә бюджеттан тыш средстволарҙы йәлеп итеү зарур.
Владимир Балабанов билдәләүенсә, Башҡортостандың социаль маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуға средстволар бүлеү йәһәтенән ҡайһы бер компаниялар менән килешеүҙәр ҙә төҙөлгән. Исемлектә “Система” акционерҙар финанс корпорацияһы, “Урал тау-металлургия компанияһы”, “ИНТЕР РАО ЕЭС” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “РусГидро” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Сибур” компанияһы бар.
Әгәр бығаса төп иғтибар социаль объекттар, мәктәптәр, дауаханалар, спорт биналарын төҙөүгә йүнәлтелһә, хәҙер иһә халыҡтың көндәлек ихтыяждарына төп баҫым яһаласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Президенты кәңәшсеһе Геннадий Букаев белдерҙе. Фонд район һәм ҡалаларҙың муниципаль кимәлдә булдырылған шундай уҡ фондтарына ярҙам итәсәк.