12.02.2013 Йәш ғалимдар бүләкләнде
Республика йортонда йәш ғалимдарға республика Хөкүмәте гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте.
– Йәмғиәтебеҙ тормошонда фән бик ҙур роль уйнай. Президент үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, беҙҙең алда торған стратегик бурыстарҙың береһе – «аҡыллы йәмғиәт» төҙөү, тип билдәләгәйне. Фәнгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү – дәүләтебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Был иһә ғилми мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡалыуға һәм үҫтереүгә, фундаменталь тикшеренеүҙәр алып барырға булышлыҡ итә, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, грантҡа лайыҡ булыусы ғалимдарҙы сәләмләп.
Һуңғы йылдарҙа ғилми-техник эштәрҙең күләме дүрт тапҡырға артҡан. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда өс меңдән ашыу кеше фән менән шөғөлләнә. Шуларҙың 250-нән ашыуы – йәш ғалимдар.
Грантҡа лайыҡ булыусы йәш ғалимдар араһында Рәсәй Фәндәр академияһының Органик химия институты хеҙмәткәре Руслан Вәлиев та бар. Ул яман шешкә ҡаршы яңы препараттар эҙләү менән шөғөлләнә. Киләсәктә циклобутанол нигеҙендә был ҡурҡыныс ауырыуҙы дауалау мөмкинлектәрен киңәйтеп буласаҡ, тип ышана ул.
БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин әйтеүенсә, башҡорт ғалимдарының хеҙмәте Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә танылыу яулай.
– Әлеге ваҡытта Башҡортостанда фәнде үҫтереү перспективаларына ҙур иғтибар бирелә. Беҙгә ғалимдарҙың яңы быуынын үҫтерергә кәрәк. Шәхестең һәм интеллекттың формалашыуы 14 йәштән башланыуын иҫәпкә алып, йәштәр һәм балалар менән эшләй башланыҡ.