«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



12.02.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостан, Татарстан Республикалары һәм Ямал-Ненец автономиялы Округы углеводород сеймалын үткәргес торба һалыу өсөн “Ямал − Волга буйы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте производство-коммерция структураһын ойошторҙо. Көн­байыш Себерҙең углеводтар продукцияһын эшкәртеү ҡеүәте аҙ булыу сәбәпле, нефть продукттары һәм газ конденсаты Уралға һәм Волга буйына транспортланасаҡ. Ойоштороусылар –"Төбәк фонды" (акцияларҙың 33,3 проценты ), коммерциялы булмаған "Ямал" төбәк инновация-инвес­тиция фонды" ойошмаһы (33,3 процент) и "Нижнекамскнеф­техим" асыҡ акционерҙар йәмғиәте (33,4 процент).

Өфөлә “Мир” фирмаһы туҡталышындағы ер аҫты юлын төҙөү ҡала бюджетына 71 миллион һумға төшәсәк. Тоннелде 2014 йылда тапшырыу планлаштырылған. 2025 йылға тиклем кеше күп йөрөгән 30-ҙан ашыу ҡала магистралендә ер аҫты һәм ер өҫтө юлдарын төҙөү ҡаралған.

Өфөнөң үҙәк китапханаһының үҫмерҙәр бүлегендә фримаркет – китаптар менән бушлай алмашыу акцияһы үтә. Уҡып сыҡҡан китапты өйҙә һаҡларға теләмәйһең икән, рәхим ит, уны икенсе берәү менән ҡыҙыҡлы әсбапҡа алмашырға була. Белемде лә тауар тип иҫәпләгән ҡулланыусылар йәмғиәтенә был проект үҙенсәлекле протест булып та тора, тип иҫәпләй белгестәр.

Күмертау ҡалаһында прокуратура ҡала хакимиәтенән урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшен яйға һалыуҙы талап иткән. Махсус тикшереүҙәр ҡар күп яуған ваҡытта хакимиәттең та­ҙар­тыу эштәрен үтәмәүен асыҡлаған. Баҡһаң, ҡала хакимиәтенең юлдарҙы таҙартыу эштәренә муниципаль контракты бөтөнләй төҙөлмәгән булған, прокуратура был етешһеҙлекте бөтөргән.

Республикала йөрәк һәм бауырҙы күсереп ултыртыу буйынса операциялар йышыраҡ уҙғарыла башлаясаҡ. Бөгөн был органдарҙы күсереп ултыртыуға 235 пациент сират көтә (йөрәк − 200, бауыр − 35). Ә бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса беҙҙең табиптар тәжрибәле иҫәпләнә – һуңғы дүрт йыл эсендә 80-ләгән операция яһалған.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға