«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Яҡташтар” проектына үҙ өлөшөңдө индер



12.02.2013 “Яҡташтар” проектына үҙ өлөшөңдө индер

Башҡортостанда “Яҡташтар” проектының икенсе этабы үтә. Республиканың барлыҡ ауылдарында волонтерҙар өй беренсә йөрөп, халыҡты билдәле яҡташ исеменә дәғүә итеүселәр менән таныштыра. Шулай уҡ һәр кемгә яңы исем тәҡдим итеп, был исемлекте тулыландырыу мөмкинлеге бирелә.
Мәҫәлән, Ишембай районында яҙыусы Ноғман Мусин, дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлиди, депутат, Ишембайҙың почетлы гражданы Владимир Поляков һәм спортсы Галина Куклева лидерҙар рәтендә ҡала. Шулай уҡ ҡала халҡы исемлеккә табиптарҙы, уҡытыусыларҙы һәм ябай эшселәрҙе лә индерә. Ойоштороусылар фекеренсә, тауыш биреү иң лайыҡлы яҡташтарҙың исемдәрен асыҡларға ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, тауыш биреү лидерҙары исемлеге, шулай уҡ проект тураһында башҡа мәғлүмәт менән “Яҡташтар” проектының сайтында (www.zemlyaki.name) танышырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға