«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Нелегалдар” фермаларға тула



08.02.2013 “Нелегалдар” фермаларға тула

Республика буйынса миграция хеҙмәте “Сит ил кешеһе” акцияһы үткәргәйне. Был сарала Башҡор­тостанда рөхсәтһеҙ йәшәп, ҡасып йөрөгән байтаҡ ҡына сит ил кешеһе булыуы асыҡланды, бәғзеләре ҡы­уып ҡайтарылды.
Бына Шишмә районында, мәҫәлән, бер түгел, 24 сит ил гражданы артыҡ шауламай ғына эшләп ятҡан. ҡайҙа, тиһегеҙме? Шәхси фермала! Улар мал ҡараған.
Беҙҙә йәшәргә (мигранттар­ҙың унауһы республикала бө­төнләй йәшәргә тейеш булмаған), эшләргә рөхсәте булмаусыларға эш биреүсе аҡса түләгәнме-юҡмылыр, әммә үҙе­­беҙҙекеләр урында эш таба алмай, бүтән төбәктәргә киткәндә, һыйыр аҫтын ҡасҡын гастарбайтерҙар таҙартып йөрөүе көлкө түгелме? Шулай эшләүҙе уңайлы тип табып, байып китеп, туған-тыумасаһын саҡырып, ауылдарҙы үзбәк, тажик, ҡытайҙар баҫып алһа, “күңелле” күренеш булыр ине…

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға