08.02.2013 Сәғәт телдәре менән “уйнау” дауам итә?!
Ниндәй ваҡытта ҡалырға? Рәсәй етәкселеге ошо турала баш вата.
Иҫегеҙҙәлер, 2011 йылдың йәйендә ул саҡтағы ил башлығы Дмитрий Медведевтың инициативаһы менән “ҡышҡы”, ”йәйге” ваҡыт тигән төшөнсәне бөтөрөргә хәл иткәйнек. Эйе, сәғәт телдәрен күсерҙек тә “мәңге” шунда ҡалырға уйлағайныҡ. ҡарар сығарырҙан алда халыҡ менән әллә ни иҫәпләшеп тормағанлыҡтан, аҙағы байтаҡ ҡына ризаһыҙлыҡтар тыуҙырҙы ла, бөгөнгәсә ошо ҙу-уур проблеманы хәл итә алмай йонсойҙар.
Кисә генә үҙәк матбуғат саралары, Рәсәй Хөкүмәте “ҡышҡы” ваҡытҡа күсергә ҡарар ҡабул иткән, тип һөрәнләй башлағайны, Дмитрий Анатольевичтың матбуғат секретары Наталья Тимакова шундуҡ был хәбәрҙең дөрөҫ булмауын белдерҙе. Тимәк, әле ҡарар ҡабул ителмәгән- ителгәнлеккә, әммә ошо көндәрҙә бөтә халыҡҡа теүәл яуап еткереләсәк.
Бөгөн тағы кемде иң борсоғаны ваҡыт ул? Их, илем, илем, үҙ-үҙеңә әллә нимә тыуҙыраһың да ҡуяһың…
А. АҡБУЛАТОВА.