08.02.2013 “Асыҡ республика” проекты эшләй башланы
Башҡортостан Республикаһы власть органдарының “Электрон ҡабул итеү бүлмәһе” сайтына (letters.openrepublic.ru) төрлө мөрәжәғәттәрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ. Был портал власть менән аралашыуҙы еңеләйтә, уңайлы итә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең блогында “Асыҡ республика” проектының ғәмәлгә ашырыла башлауы хаҡында белдерә: ”Сайттан Башҡортостандың бөтә министрлыҡтарына, ведомстволарына, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә тура мөрәжәғәт итергә мөмкин. Системаның төп өҫтөнлөгө – кеше үҙенең мөрәжәғәт-үтенесенең ҡаралыуын, тикшерелеүен күҙәтеүҙә тота ала... Яҡын арала был ресурсҡа республиканың барлыҡ район-ҡала хакимиәттәре лә ҡушыласаҡ. Шулай булғас, бынан ары мөрәжәғәттәрегеҙҙе “Электрон ҡабул итеү бүлмәһе”нә ебәрегеҙ. Мотлаҡ бөтәһе лә ҡараласаҡ”.
Т. АМАНОВ.