«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Программалар тормошҡа ашырыла



08.02.2013 Программалар тормошҡа ашырыла

БР Хөкүмәте һәм РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығы араһындағы килешеүгә ярашлы, 1999 йылдан алып Пенсия фонды бюджетынан социаль программаларҙы тормош­ҡа ашырыу иҫәбенә субсидия бүленә.
2012 йылда ошо маҡсатҡа 17,2 миллион һум аҡса тотонолған. Шуның 4,9 миллион һумы ҡартлыҡ йә инвалидлыҡ буйынса пенсия алыу­сы 568 пенсио­нер­ҙың торлағына газ үткәреү сығымының бер өлөшөн ҡаплауға, 7,1 миллион һумы туғыҙ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү уч­реж­дениеһы бинаһын ре­монтлауға киткән. Биш психоневрология интернаты өсөн 2,3 миллион һумлыҡ кухня һәм кер йыуыу ҡорамалдары һатып алын­ған.
РФ Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, был саралар 1 737 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Бынан тыш, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Салауат, Федо­ровка, Хәйбулла райондары һәм Бәләбәй, Бөрө, Учалы ҡалаларының ха­лыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы үҙәге өсөн микроавтобустар һатып алынған.

РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға