«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мигранттарҙы көтәбеҙ



08.02.2013 Мигранттарҙы көтәбеҙ

Быйыл ғинуар айында республиканың миграция хеҙмәте гастарбайтерҙарға Башҡортос­танға килеп эшләргә рөхсәт биреүсе 505 патент әҙерләгән.
Алдан әйтеүҙәренсә, бындай рөхсәт ҡағыҙҙары йыл дауамында 24 меңгә етәсәк. Беҙҙең республиканы айырыуса Үзбәкстан һәм Әзербайжан халҡы ярата – унан килеүселәр күпселекте тәшкил итә. Былтыр мигранттар Баш­ҡортостан бюджетына 90 миллион һумдан ашыу һалым индергән.
Гастарбайтерҙар, ҡағиҙә булараҡ, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә эшләй. Юғары технологиялар, мәғариф, медицина кеүек тармаҡтарға килеп эшләүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ тип әйтергә лә мөмкин.
Әйткәндәй
Һанап сығарыуҙарынса, илебеҙҙең ҙур ҡалаларында мигранттар шул тиклем күбәйгән – хәҙер беҙҙә һәр унынсы кеше ситтән килгән. Мәскәү был тәңгәлдә бөтөнләй алға киткән: унда һәр бишенсе кеше – гастарбайтер. Әлбиттә, ситтән килгән кешеләрҙең артыҡ күбәйеүе урындағы халыҡтың күпселегенә оҡшамай һәм улар был проблеманы тиҙерәк яйға һалыуҙы талап итә башлаған. Мәскәү халҡы фекеренсә, мигранттар мәсьәләһе юлдарҙағы тығындар мәсьәләһенән дә мөһимерәк. Рәсәй халҡы беҙҙең закондар­ҙы боҙған мигранттарға ҡатыраҡ яза биреүҙе талап итә, бигерәк тә миграция закондарын боҙоусыларға ҡаты булыр­ға кәрәк, тип һанайҙар.
ҡыҫҡаһы, киләһе өс йылда мигранттарға ҡағылышлы концепция дәүләт кимәлендә ҡабул ителмәһә, социаль катаклизмдар буласағын көт тә тор. Ни тиһәң дә, ҙур ҡалалар­ҙа йәшәп, мигранттар менән эш баҙарын ғына түгел, башҡа тармаҡтарҙы ла бүлешергә мәжбүр булған кешеләрҙе сығырынан сығарыу насар эҙемтәләргә килтерәсәге көн кеүек асыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға