«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сәсеү үҙ ваҡытында буласаҡ



08.02.2013 Сәсеү үҙ ваҡытында буласаҡ

Ил етәкселеге ауыл хужалығына иғтибарын арттыра

РФ Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев яҙғы сәсеүгә әҙерлек һәм иген баҙарындағы хәл-торош мәсьәләләре буйынса видеоконференция үткәрҙе. Кәңәшмә эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Дмитрий Медведев алдағы аҙнанан илдең Европа өлөшөндә иген баҙарында тауар интервенциялары башланасағы хаҡында белдерҙе. Әле был эш Себер, Урал һәм Алыҫ Көнсығыш округтарында үткәрелә.
Яҙғы сәсеүгә әҙерлекте һумдарға күсереп баһалағанда, Дмитрий Медведев әйтеүенсә, баҫыу эштәрен финанслауға 263,5 миллиард һум аҡса талап ителә. Аграрийҙарҙы яғыу­лыҡ-майлау материалдары ме­нән ваҡытында тәьмин итеү – төп бурыстарҙың береһе. Яғыулыҡтың хаҡы һис кенә лә “тешләшергә” тейеш түгел.
Кәңәшмәлә Премьер-министр, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында ауыл хужалығы тармағына дәүләт ярҙамы механизмдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу кәрәклеген билдәләп, ағымдағы йылдан яңы дәүләт ярҙамы механизмы – сәсеү майҙанының һәр гектарын субсидиялау индерелеүе хаҡында белдерҙе. Федераль бюджетта был маҡсатҡа 15 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.
Ауыл хужалығына булышлыҡ итеү тураһында Дмитрий Медведев һуңғы арала йыш һөйләй. “Беҙгә, әлбиттә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән осор бурыстары мөһим, шулай ҙа беҙҙең өсөн ауыл хужалығы тағы ла мөһимерәк. Былар икеһе бер төрлө ҡиммәттәр түгел”, − тине Дмитрий Анатольевич.
Төбәк башлыҡтарына икмәккә хаҡты күҙәтергә һәм иген баҙарын мониторингыларға күрһәтмә бирелде.
Әле Рәсәйҙә иген запасы 2012 йылдың яҙына ҡарағанда байтаҡҡа әҙерәк, шуға ла хаҡтарҙы ҡапыл күтәреү ихтималлығы бар. Әммә Хөкүмәт Рәйесе төп аҙыҡ баҙарында “спекуляцияға юл ҡуймаясағын” белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға