«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рухлы, ҡеүәтле ерҙә йәшәйбеҙ!



16.10.2010 Рухлы, ҡеүәтле ерҙә йәшәйбеҙ!

Байрамдарҙың иң ҡәҙерле һәм иҫтә ҡалған минуттары – аҙағы, тип әйтеү һис хата булмаҫ. Шуға ла улар­ҙы матур итеп тамамлап ҡуйыуға лайыҡлы иғтибар бүленә, был бәләкәй генә табындарға ла, ил кимәлендә ойошторолған ҙур тантаналарға ла ҡағыла.
Рухлы, ҡеүәтле ерҙә йәшәйбеҙ!Быйыл республикабыҙҙың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостаныбыҙҙа ҙур байрам тантаналары үтте. Көнө буйы барған сараларҙан һуң халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе ҡыуандырғаны байрам салюты булғандыр. Баш ҡалабыҙҙың Ленин исемендәге майҙанында йәштәр өсөн ойошторолған концертта республиканың ғына түгел, илдең дә билдәле сәхнә «йондоҙ»ҙары – йырсылар, бейеүселәр сығыш яһаны. Шулай уҡ кисен, салют алдынан йәштәребеҙ – киләсәк быуын алдында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
– Бөгөн бында йәштәрҙең күп булыуын беләм һәм шуға ла тап уларға мөрәжәғәт итәм, – тине ул. – Һеҙ – беҙҙең киләсәк һәм өмөт. Беҙ һеҙҙең йәшлегегеҙгә, энергияғыҙға, көсөгөҙгә һәм перспективағыҙға өмөт итәбеҙ. Тап һеҙгә республиканы алға этәрергә тура киләсәк. Ә быны үҙ ҡулдарың менән, бергә тупланып ҡына башҡарырға мөмкин. Бөгөнгө йәштәр азат, ижади һәм инициативалы булырға тейеш. Бөтәгеҙҙе лә Республика көнө менән ҡотлайым!
Байрамса кәйефле Өфө йәштәре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды, уның сығышын хуплап ҡабул итте.
– Салют күрергә генә тип килгәйнек, Президент менән дә осрашыу бәхете тейҙе! Рөстәм Хәмитовтың беҙгә ябай, йәштәрсә итеп мөрәжәғәт итеүе күңелгә ятты, киләсәк быуынды ҡайғыртҡан, аңлаған, ярат­ҡан республикала йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ! – тип шатлығы менән бүлеште Башҡорт дәүләт аграр университетының икенсе курс студенттары Айзилә менән Байрас.
Рухлы, ҡеүәтле ерҙә йәшәйбеҙ!Республика башлығының тәбрикләү һүҙҙәренән һуң күҙгә күренеп күңелләнеп, дәртләнеп киткән майҙан­ға «Каруанһарай» төркөмөнөң сығып, заманса ритмлы йырҙар менән сығыш яһауы байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Ә байрамдың «десерты» – салют үҙе лә бик шәп булды. Хатта, төрлө төҫтәге уттарға ҡарап, иҫтәре китеп һоҡланған кешеләр араһында «Өфөлә бындай фейерверк булғаны юҡ ине әле!» – тип әйтеүселәр ҙә осраны.
Республика көнө айҡанлы Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш та үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов, тантанаға йыйылыусыларҙы Республика көнө менән тәбрикләп, Башҡортостан үҫешенең төп этаптарына анализ яһаны. Республика башлығы билдәләүенсә, үткән егерме йыл Рәсәйҙә сираттағы ижтимағи-иҡтисади мөнәсәбәттәр системаһы үҙгәргән осор булды. Үҙгәртеп ҡороу йылдарын, баҙар иҡтисады тетрәнеүҙәрен Башҡор­тостан халҡы сағыштырмаса еңел үткәрҙе.
– Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының тағы ла бер һулышы асылды. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ нығынды һәм үҫеште. Бөгөн башҡорт теле – белемле, мәҙәниәтле, интеллигент кешеләр теле. Хәҙер туған телдән оялыу, башҡортса һөйләшмәҫкә тырышыу бер кемдең дә башына ла инеп сыҡмай. Ә иң мөһиме – йәштәр башҡорт телендә иркен, рәхәтләнеп һөйләшә, – тине Президент.
Әлбиттә, республика халҡын тыуған еребеҙгә һөйөү, уны тағы ла байыраҡ, ҡеүәтлерәк итеү теләге берләштерә. Башҡортостан Пре­зиденты республика халҡына һуңғы йылдарҙағы лайыҡлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. Беҙҙең һоҡланғыс матур еребеҙ, иҫ киткес тәбиғәтебеҙ, бай тарихыбыҙ, ә иң мөһиме – талантлы һәм эшһөйәр халҡыбыҙ менән ғорурланырға хаҡыбыҙ бар.
ҡыҫҡаһы, Республика көнөн Башҡортостан халҡы матур итеп байрам итте. Бөтә ерҙә рух ныҡлығы, дәрт, ғорурлыҡ, ҡеүәт һиҙелеп торған төбәктә йәшәүселәр артабан да ижади эшләр, гөрләтеп йәшәр!
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға