05.02.2013 Өс һөйләм менән
2012 йылда Башҡортостанда 107 мең сит ил кешеһе иҫәпкә торған, 2011 йыл менән сағыштырғанда, ситтән килеүселәр һаны 15 процентҡа артҡан, уларҙың күпселеге – Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан граждандары. Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы 1162 кешегә Рәсәй Федерацияһы гражданлығы биргән. Былтыр 16 мең эшкә рөхсәт ҡағыҙы һәм 19 мең хеҙмәт патенты теркәлгән.
Башҡортостан халҡының 2012 йылдағы уртаса айлыҡ килеме 20397 һум, тип белдерә «Башҡортостанстат». Был күрһәткескә барлыҡ килем төрҙәре инә: эш хаҡы, пенсия, стипендия, эшҡыуарлыҡ килеме, дивидендтар һәм башҡалар. Шуныһы ҡыҙыҡ, былтыр йыл башында уртаса рәсми килем 14 мең һумдан саҡ ҡына күберәк булһа, йыл аҙағында 25300 һум тәшкил итә ине.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы үтте. БР халыҡ яҙыусыһы исемендәге премия әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәләрендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәргә бирелә. Быйыл ул «Зәйнәб» фильмы һәм яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса 1995 – 2003 йылдарҙағы тапшырыуҙар шәлкеме өсөн тележурналист Луиза Фархшатоваға, «Яҡтыға» роман-трилогияһын рус теленә тәржемә иткән өсөн Юлай Әминевҡа (үлгәндән һуң), йырсы Ғәзим Ильясовҡа һәм «Йөрәк хәтере» китабы өсөн публицист Рәшит Иҙрисовҡа тапшырылды.
1993 йылда булдырылған «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексына 20 йыл тулды. Был ваҡыт эсендә уның хеҙмәткәрҙәре 60-тан ашыу баҫма нәшер иткән, уларҙың дөйөм тиражы 450 мең дана тәшкил итә. Ғилми комплекс 13 энциклопедия әҙерләгән, улар иҫәбендә – башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан «Башҡортостан: ҡыҫҡа энциклопедия», ил кимәлендә юғары баһаға лайыҡ булған «Салауат Юлаев» энциклопедияһы.
ҡырмыҫҡалы районында Артур Нурғәлиевҡа ҡарата БР Юғары суды аҡлаған ҡарарға БР прокуратураһы ялыу бирмәксе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: урындағы эшҡыуарҙы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын тауар талондары менән таратҡаны өсөн судҡа биргәйнеләр. Баҡһаң, халыҡ телендә «шайморатик»тар тип аталған был талондарҙы яһаған өсөн эш хаҡының ике проценты тотоп ҡалынған булған, прокуратура белдереүенсә, был Хеҙмәт кодексына ҡаршы килә.
Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.