«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күпселек эштән рухи ҡәнәғәтлек ала



05.02.2013 Күпселек эштән рухи ҡәнәғәтлек ала

Рәсәй статистика хеҙмәте башлығы Александр Суринов белдереүенсә, ил халҡының 40 проценты тиерлек алған һөнәре буйынса эшләмәй. Был айырыу­са күп балалы йә инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә, инвалидтарға ҡағыла. Статистика хеҙмәткәрҙәре, халыҡтан һорашып, ошо мәғлүмәттәрҙе бирә.
Шулай ҙа 76 процент кеше эш тәртибе менән ҡәнәғәт булыуын әйткән, 57 проценты эшенән рухи рәхәтлек ала икән. Ә эш хаҡы менән 26 проценты риза. Ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙән 29 йәшкә тиклемгеләр­ҙең 18 проценты үҙҙәренә яңы яҡшы эш таба аласағына ышана.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең яртыһы тиерлек беренсе эшен ата-әсәһе, дуҫтары йә таныштары аша тапҡан, мәшғүллек үҙәгенә ете проценты ғына мөрәжәғәт иткән. ҡалғандар йә үҙе тапҡан, йә иғлан аша эҙләгән.
Тағы бер һөҙөмтә: һорашыуҙарҙа ҡатнашыусылар­ҙың 10 проценты үҙе йәшәгән торама пункттан риза түгел. Айырыуса йәштәр араһында шундайҙар күп. Бының төп сәбәптәре – насар юлдар, эскелек, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең насар эшләүе.
Ауыл халҡын күберәк социаль инфраструктураның алыҫлығы борсоһа, ҙур ҡаланыҡыларҙы юл проблемалары йонсота.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу юлдары итеп кеше бығаса булған күсемһеҙ милкен һатыуҙы, ипотеканы, “әсәлек капиталы”н файҙала­ныу­ҙы атай.
Белгестәр 20 мең өлкән кешенән һәм дүрт мең үҫмер­ҙән һорашҡан, 10 меңләп йорт хужалығы ҡарал­ған. Тиҙҙән тағы ла киңерәк тикшереүҙәр үткәрергә ниәтләйҙәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға