«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Программа бар. Ташҡыны булырмы?



05.02.2013 Программа бар. Ташҡыны булырмы?

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һыу баҫыу зонаһына эләккән ауылдар реестрын һәм “2013 – 2015 йылдарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” республика маҡсатлы программаһын раҫланы.
Респуб­ли­ка Хөкү­мә­те ҡарарына ярашлы, һыу ба­ҫыу хәүефе янаған би­ләмәләрҙә махсус һаҡлау саралары үткәрелмәйенсә, капиталь төҙөлөштө, зыяраттар һәм мал ҡәберлектәре урынлаштырыуҙы тыйыу буйынса саралар күрелергә тейеш. Күрһәтмәләр БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына, республика муниципалитеттарына бирелде.
“2013 – 2015 йылдарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” программаһына килгәндә, документ 2015 йылға юлдар­ҙа үлем осраҡтарын, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 9 процентҡа кәметеүгә йүнәлтелгән. Ошо күрһәткескә ирешеү өсөн айырым бурыстар билдәләнгән. Был иҫәпкә юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү, юлдарҙа аварияларҙа зыян күргәндәргә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү ҙә инә. Программаны финанслау күләме 1,1 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән республика бюджетынан 752,5 миллион һум аҡса йәлеп ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға