05.02.2013 Республика башлығы Баҡалы, Благовар һәм Илеш райондарында булды
Баҡалы районы үҙәгендә “Олимп” атамаһы биреләсәк физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө бара. Әле төп эштәр тамамланып, ҡаҙанлыҡты көйләү, электр ҡорамалдарын монтажлау ҡалған. Объектты ҡараған Рөстәм Хәмитовты, был бина бер айҙан файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип ышандырҙылар. Комплекста иркен спорт залы, теннис корты, фитнес-клуб, ауыр атлетика секцияһы, тренерҙар бүлмәһе бар.
Баҡалы ауылында Президент үҙәк дауаханала ла булды. Бында төҙөлөш, дөрөҫөрәге, капиталь ремонт эштәре тамамланған. Рөстәм Хәмитов табиптарҙың эш-хәле менән танышты, “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килеүсе йәш белгестәр менән аралашты.
Тағы бер туҡталыш – мәҙәниәт һарайында район активистары менән осрашыу. Бында төбәктең 2012 йылғы эш һөҙөмтәләре барланды, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде. Дөйөм алғанда, Баҡалыла күрһәткестәр ярайһы ғына, тик демография йәһәтенән генә етди уйланырға урын бар.
Илеш районындағы “Уңыш” ауыл хужалығы предприятиеһында ”500 ферма” программаһы буйынса һөтсөлөк комплексы үҙгәртеп ҡоролған – төҙөлөш эштәре башҡарылған, техника, орлоҡ һәм тоҡомло мал алынған. Хәҙер бында 720 баш һыйыр малы аҫрау күҙаллана. Рөстәм Хәмитов ундағы хәл-торошто ҡарағандан һуң Үрге Йәркәйҙәге яңы биҫтә төҙөлөшө планы менән дә танышты. “Завод” биҫтәһендә 168 шәхси йорт, 198 урынға иҫәпләнгән мәктәп, парк, социаль-мәҙәни объекттар буласаҡ. Республика етәксеһен айырыуса 110 балаға иҫәпләнеп төҙөлгән балалар баҡсаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Инглиз теле, рәсем, музыка, физкультура буйынса түңәрәктәре лә буласаҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлөшө сифатын Президент юғары баһаланы.
Рәсми делегация Илештә ит етештереү предприятиеһы эше менән дә танышты. “Илеш ите” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төрлө колбаса, ит деликатестары эшләп сығара. Әле продукция етештереү ҡеүәте йылына 2500 тонна булһа, комбинат етәкселеге модернизацияға 10 миллион һум аҡса һалып, күләмде 262 процентҡа арттырырға ниәтләй.
Илеш – республиканың алдынғы райондарының береһе. Ул артабан да шулай булып ҡалыр, тигән ышаныста БР Президенты. Бынан тыш, район М – 7 трассаһының “ҡапҡа”һы ла булып тора. Төбәккә ҡарап, тимәк, республиканың хәл-торошон да күҙаллаясаҡ ошо юлдан килеүселәр.
Президенттың киләһе туҡталышы Благовар районының Дмитриевка ауылындағы ит етештереү һәм эшкәртеү комплексы ине. Был объект “Таврос” компанияһының инвестиция проектына ярашлы төҙөлгән. Ошондай уҡ комплекстарҙы республиканың башҡа райондарында ла булдырыу ҡарала. Бөтәһе биш комплекс эшләйәсәк. Тиҙҙән Даниянан 400 баш мал килтереләсәк. Рөстәм Хәмитов, инвесторҙар менән һөйләшеп, уларға дәүләт яғынан тейешле ярҙам буласаҡ, тип ышандырҙы. Әйткәндәй, предприятие асылыу менән күпләп яңы эш урындары ла булдырыласаҡ.