«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия – лайыҡлыларға



16.10.2010 Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия – лайыҡлыларға

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия – лайыҡлыларға Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Уны Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған яғында, Хоҙайбирҙин ауылында үткәреү изге традицияға әйләнде. Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы был абруйлы премияны биреү буйынса комиссия өс лауреатты билдәләне. Улар – Лена Абдрахманова, «Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?» рубрикаһы аҫтындағы мәҡәләләр циклы өсөн; Гөлсәсәк Ханнанова, «КоммерсантЪ-Башкортостан» гәзитендә ба­ҫыл­ған ижтимағи-сәйәси темаларға мәҡәләләр серияһы өсөн; Азат Ярмуллин, «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында» китабы һәм «Шоңҡар» журналының «Тарихнамә» рубрикаһында Башҡортостан тарихы буйынса мәҡәләләр серияһы өсөн.
Тантанала ҡатнашыусылар Шәһит Хоҙай­бирҙиндың музейына барҙы, уның һәйкәленә сәскәләр һалды.
Бүләкләү тантанаһын асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина:
– Журналистың бөгөнгө эшенә күп нәмә бәйләнгән. Уның һүҙе атом бомбаһына оҡшаш булыуы мөмкин. Был һөнәрҙең яуаплылыҡ, гражданлыҡ һәм дөрөҫлөк кеүек төшөнсәләрҙе үҙ эсенә индереүен беҙ барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Быйылғы премия лауреаттары уларға эйә, – тине.
Бүләкләнеүселәр үҙҙәренең яуап һүҙендә хеҙмәттәрен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Гөлсәсәк Ханнанова, үкенескә күрә, бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманы. Лена Абдрахманова үҙенең эшен юғары баһалағандары өсөн тыуып үҫкән һәм хеҙмәт иткән Күгәрсен районына рәхмәтен белдерҙе.
Азат Ярмуллин да награда өсөн рәхмәт әйтте һәм Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға үҙенең «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында» китабын тапшырҙы.
Сарала БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов менән БР Журналистар союзы рәйесе, «Йәшлек» республика йәштәре гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.
Тантана концерт һәм Хоҙайбирҙин ауылы мәҙәниәт йорто эргәһендәге аллеяла ағастар ултыртыу менән тамамланды.
Р. Байышева.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға