«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Уллыҡҡа алған өсөн – 100 мең һум



05.02.2013 Уллыҡҡа алған өсөн – 100 мең һум

Былтыр Рәсәйҙә ни бары 37 инвалид бала һәм ете йәштән өлкән 450 бала уллыҡҡа алынған. Ил хөкүмәте бер тапҡыр түләнә торған компенсацияны арттырып, ошо проблеманы хәл итергә ниәтләй. Быға тиклем уллыҡҡа сабый алған өсөн һигеҙ мең һум аҡса түләнә ине. Яңы закон үҙ көсөнә инһә, ошо категорияға ҡараған баланы уллыҡҡа алыусы ғаиләгә 100 мең һумға тиклем аҡса биреләсәк.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец: “Һүҙ иң тәүҙә инвалид балаларҙы уллыҡҡа алыусы ата-әсә тураһында бара. Шулай уҡ бер туғандарҙы һәм ете йәштән ҙурыраҡ балалар­ҙы үҙ ҡанаты аҫтына алыусы ата-әсәгә яңы күләмдәге матди ярҙам күрһәтеләсәк”, – тигән.
Был закон проекты 1 мартта РФ Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк. Уның ярҙамында яҡынса 100 мең етем баланың атай-әсәйле булыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта интернаттарҙа бөгөн 128 мең инвалид етем малай һәм ҡыҙ иҫәпләнә.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға