«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәскәү ваҡытына күсергә ризаһығыҙмы?



16.10.2010 Мәскәү ваҡытына күсергә ризаһығыҙмы?

Тиҙҙән илебеҙ ҡышҡы ваҡытҡа күсә. Бының ыңғай яҡтары һәм зыяны тураһында бәхәстәр һаман дауам итә. Әле килеп БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсеү тураһында тәҡдим индермәксе. Мәскәү ваҡытына күсеү банкылар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, сәйәхәтселәр, телетапшырыуҙар ҡарау өсөн уңайлы буласаҡ, тип аңлата ул. Шулай уҡ Һамар өлкәһе менән Татарстандың да Мәскәү ваҡытына күсеүен ыңғай миҫал итеп килтерә. Ә Башҡортостан халҡы ниндәй фекерҙә һуң?

Хәниф ШӘРИПОВ, водитель:
– Нимәгә кәрәк ул? Депутаттар ниңә халыҡтың башын ҡатыралыр? Етдиерәк мәсьәлә уйлап таба алмағандан шулай юҡ-бар менән булышалармы – аңламайым. Пенсияны, эш хаҡын арттырыу тураһында уйлаһындар, исмаһам, халыҡҡа файҙаһы булыр. Юғиһә күпме йылдар килгән сәғәткә бәйләнәләр. Үҙебеҙҙең ваҡыт менән дә бик уңайлы, бер ниндәй ҡыйынлыҡ та кисергәнебеҙ юҡ. Сәғәтте күсереүҙең кеше организмы өсөн зыяны тураһында аҙ һөйләмәнеләр. Водителдәргә ул айырыуса хәүефле. Мәҫәлән, беҙҙең ваҡыт менән ул төнгө сәғәт 11–12-лә йоҡларға ятһа, Мәскәү ваҡыты менән ул мәлдә эштә булырға тура килеүе бар. Ә өйрәнгән режим буйынса юлда йоҡлап китһә? Әҙме ни водителдең руль артында йоҡлап китеүе арҡаһында булған фажиғәләр?! Хәҙер улар тағы ла артасаҡ ҡына. Шуға күрә, Мәскәү ваҡытына күсеү бөтөнләй мәғәнәһеҙ һәм кәрәкмәгән эш, тип иҫәпләйем.

Флидә КӘРИМОВА, уҡытыусы:
– Мин эшемде иртән иртүк бөтөрөргә яратам. Иртәнсәк эшмәкәрлегем яҡшы, кискә табан иһә һүлпәнәйәм. Шуға күрә Мәскәү ваҡытына күсеүгә ҡаршымын. Бәлки, балалар өсөн ул яҡшылыр. Беҙҙең мәктәптә, мәҫәлән, уҡыусылар иртәнге сәғәт 8-ҙән уҡый, Мәскәү ваҡыты менән булһа, йоҡолары туйып килер ине. Бер яҡтан, яҡшы булһа, икенсе яҡтан, тағы ла шул һуңғы дәрестәрҙә арыу, һүлпәнлек һиҙеләсәк инде ул. Өҫтәүенә, улар төштән һуң төрлө секцияларға, консультацияларға йөрөргә тейеш. Сәғәт 4-тә, 5-тә башланған саралар 6-ла, 8-ҙә бөтә. Ә Мәскәү ваҡытына күсһәң, сәғәт 9 – 10 булып китә. ҡараңғыла балам нисек ҡайтып етәсәк, тип, ата-әсәһе өйҙә борсолоп ултырасаҡ.
Уҡытыу ике сменала алып барылған мәктәптәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Икенсе сменала уҡыуы былай ҙа ауыр, сәғәт күсһә, уҡыусыларҙың материалды үҙләштереү һәләте тағы ла һүлпәнәйәсәк, минеңсә. Бына шулар­ҙы уйлап ҡараһаң, мин был яңылыҡҡа риза түгелмен. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, уның эҙемтәләре хаҡында уйларға кәрәк.

Флүрә МӨХӘМӘТДИНОВА, табип:
– Ике сәғәткә айырма бик ҙур бит ул. Беҙҙең организм уға өйрәнмәгән, өйрәнеү өсөн дә бик күп ваҡыт китәсәк. Ғөмүмән, бөтөнләй өйрәнә алмауы ла бар. Һөҙөмтәлә организмда ҡырҡа үҙгәрештәр башланыуы, кешенең сәләмәтлеге ҡаҡшауы, биоритмдың боҙолоуы ихтимал. Кемдәр ҡан баҫымы, баш ауырыуы менән интегә, улар ваҡытында ятҡанда ғына йоҡлап китә ала, аҙ ғына һуңланымы, төнө буйы йоҡлай алмай интегеүе мөмкин. Ә йоҡоһо туймаған кеше көндөҙ нисек эшләргә тейеш? Даими рәүештә йоҡо туймау нервы системаһының ҡаҡшауына, башҡа ауырыуҙарға килтерә.
Ғөмүмән, сәғәтте күсереү кеше организмы өсөн һәр ваҡыт ҙур стресс ул. Шуға күрә, минеңсә, иң беренсе сиратта кеше сәләмәтлеге тураһында уйларға кәрәк.

Илүзә СӘҒИТОВА, студентка:
– Юҡ, мин риза түгелмен. Лекция­ларҙан һуң мин бейеүгә йөрөйөм, һирәкләп булһа ла киноға ла барабыҙ. Хәҙер сәғәт күсһә, төшкә йоҡонан тороп, унан тиҙ үк ҡараңғы төшә, нимә эшләп өлгөрмәк кәрәк?! ҡыш көндәре былай ҙа ҡараңғы иртә төшә, ваҡыт күсһә, көндө күрмәй ҙә ҡаласаҡбыҙ бит.
Юҡ, беҙгә Мәскәү ваҡыты кәрәкмәй, Өфө ваҡыты ҡалһын, үҙебеҙсә, өйрәнгәнсә, йәшәйек!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға