«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәскәүҙә − яңы тулы хоҡуҡлы вәкил



01.02.2013 Мәскәүҙә − яңы тулы хоҡуҡлы вәкил

Мәскәүҙә − яңы тулы хоҡуҡлы вәкил
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Григорий Курановты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Григорий Владимирович Куранов 1959 йылда Көнсығыш ҡаҙағстан өлкәһенең Ле­ниногорск ҡалаһында тыуған. Салауат ҡалаһының 6-сы мәктәбен тамамлаған. Ошо ҡалала “Салауатбыяла” производство берекмәһендә эшләгән. Юғары белемле − Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Пермдә “Кучер” реклама агентлығы етәксеһе, 2011 йылдың июлендә тәғәйенләнеп, ул саҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһы лидеры Владимир Путиндың Пермь крайындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе булып эшләй. 2012 йылдың июленән 2013 йылдың ғинуарына тиклем – Пермь крайы губернаторы Хакимиәте етәксеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға