«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



01.02.2013 Өс һөйләм менән

25 көндән баш ҡалала VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына старт биреләсәк. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Өфөлә үтәсәк мөһим ярышҡа спортсылар ғына түгел, волонтерлыҡ эшендә ҡатнашасаҡ студенттар, мәктәп, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла ҡыҙыу әҙерләнә. Ошоға бәйле Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән семинарҙа 400 самаһы кеше ҡатнашты, улар йәш спортсылар, ҡунаҡтар алдында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында файҙалы мәғлүмәттәр алды.

Бөгөн Өфө урта махсус музыка колледжының концерт залында VIII республика француз йыры конкурсы үтә. Франция илселеге үткәргән бәйгелә француз телен өйрәнгән 5 – 25 йәштәге мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша. Еңеүселәр Екатеринбургка конкурстың төбәк этабына барасаҡ.

2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Өфөлә 149,2 миллиард һум суммаға 86 инвестиция проекты тормош­ҡа ашырылған. Инвестиция проекттары буйынса булдырыласаҡ эш урындарының дөйөм һаны 17,8 мең берәмек тәшкил итә. Бынан тыш, 60 проект әлегә әҙерләү стадияһында, уларға ярашлы, инвестициялар күләме – яҡынса 93,2 миллиард һум, 8,5 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Былтыр республикала 73478 кеше водитель таныҡлығы алған. Ошо осорҙа автопарк ете процентҡа артҡан, бөгөн 1 451 264 транспорт сараһы иҫәпләнә. Юл ҡағиҙәһен һанға һуҡмаусылар ҙа күбәйә, былтыр 1 579 009 тапҡыр юл ҡағиҙәһе үтәлмәгән, был, 2011 йыл менән сағыш­тырғанда, 95 меңгә күберәк.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов һәр депутатҡа инвалид баланы шефлыҡҡа алырға ҡушҡан. Улар физик мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙарға хәленән килгәнсә ярҙам итергә, даими рәүештә көнкүреше менән танышыр­ға бурыслы. Церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған Әҙилә Усманова һәм Ислам Әмиров хакимиәттән килгән кешеләрҙе ҡабул иткән дә инде, власть вәкилдәре уларға дарыу һәм күстәнәстәр тотоп килгән.

Өфөлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә, күп эшҡыуар хеҙмәтләндереү өлкәһен һайлай. Былтыр 47 яңы предприятие барлыҡҡа килгән, шуның 31 проценты автосервисҡа бәйле, 20 проценты бөҙрәхана хеҙмәтен тәҡдим итә, 12 проценты кейем тегә, 9 проценты аяҡ кейемен ремонтлай, электрон аппаратура һәм бәйләнеш сараларын ремонтлау, торлаҡ төҙөү, клининг, бина дизайны һәм ландшафт хеҙмәтләндереүе кеүек тәҡдимдәр ҙә артҡан. 140 яңы сауҙа объекты файҙаланыуға тапшырылған, улар­ҙың дөйөм майҙаны 96 мең квадрат метрҙан ашыу, шул уҡ ваҡытта 2200 яңы эш урыны булдырылған.

Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға