«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә һеҙ лайыҡлы яҡташығыҙҙы билдәләнегеҙме?



01.02.2013 Ә һеҙ лайыҡлы яҡташығыҙҙы билдәләнегеҙме?

Башҡортостанда “Яҡташ­тар” проекты буйынса эштәр дауам итә. Әле ойоштороусылар киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү маҡсатында проектта ҡатнашыусыларҙың анкеталарын һәр йортҡа еткерә башлаған. Был хаҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетынан белдерҙеләр. Анкеталарҙы һәр йортҡа еткереп, уларҙы тултыртып алыу өсөн ярҙамсылар төркөмө булдырылған.
Анкета бик ябай, ике өлөштән тора: “Тарихи шәхестәр” һәм “Замандаштар”. Һәр береһендә өсөшәр исемде атарға була.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе хәбәр итеүенсә, проектты бойомға ашырыуға республикала әүҙем тотон­ғандар. “Яҡташтар” тигән гәзит тә сыға, уның махсус һанында анкетаның бланкыһы ла баҫылған, теләүселәр уны ҡырҡып алып, үҙ аллы тултырып, махсус йәшниккә төшөрә. Бындай йәшниктәр һәр районда урынлаштырылған. Айырым сайт та эшләй, унда электрон төрҙәге анкетаны тултырырға мөмкин.
Әгәр ҙә кемделер лайыҡлы яҡташ тип табып, район-ҡала, республика өсөн танылған, киләсәк быуын өсөн өлгөлө итеп күрһәткегеҙ килә икән, анкетаға яҙырға исем-шәрифтәрен “тел осонда” ғына тотоғоҙ. Тиҙҙән һеҙҙең фекерегеҙҙе һорашырға килерҙәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға