«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төбәк үҫешенә бәйле яңы программа ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағыла



01.02.2013 Төбәк үҫешенә бәйле яңы программа ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағыла

Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте ултырышында төбәктә ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү программаһы проекты ҡаралды. Был программа аша республика бюджетының һалымға ҡарамаған табышын ярайһы уҡ арттырыу мөмкинлеге бар.
Былтыр дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыуҙан, һатыуҙан республиканың тупланма бюджетына 12 миллиард һум аҡса ингән. Сумманың яртыһы ер биләмәләрен һәм торлаҡҡа ҡарамаған фонд объекттарын ҡуртымға алыусыларҙан йыйылған.
Урындағы бюджеттарҙың һалымға ҡарамаған табышының яртыһынан күберәге ер биләмәләрен ҡуртымға биреү иҫәбенә формалаша. Республикала файҙаланыу хоҡуҡтары теркәлмәгән өс меңгә яҡын ер биләмәһе бар. Улар бюджетҡа килем килтермәй. Был мәсьәләне хәл итеү мөһим. Республика башлығы фекеренсә, ер участкаларын һөҙөмтәһеҙ ҡулланыуға юл ҡуйырға ярамай.
Дәүләт милке менән идара итеүҙән иҡтисади табышты арттырыуға рентабелле булмаған дәүләт унитар предприятиеларын хосусилаштырыу ҙа өлөш индерер ине.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, былтыр 184 дәүләт унитар предприятиеһынан республика 90 миллион һум килем алған, шул уҡ ваҡытта 101 акционер­ҙар йәмғиәте республика ҡатнашлығында өс миллиард һум аҡса килтергән.
БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дәүләт унитар предприятиеларын үҙгәртеп ҡороу һәм оптималләштереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләгән. Дәүләт милке менән идара итеүҙә күп ресурс файҙаланылмай ҡала. Шуға ла уның һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм унан бюджетҡа тотороҡло табыш алыу мөһим бурыстарҙың береһе тип билдәләнгән.
Ер һәм мөлкәт комплексы менән идара итеүҙе мәғлүмәт ресурстарын үҫтереү иҫәбенә камиллаштырырға мөмкин. Башҡортостан географик мәғлүмәттәр инфраструктураһының төбәк моделен булдырыу буйынса пилот проектына индерелде. Бөгөн беҙҙә һанлы картография системаһы булдырылған, ГЛОНАСС системаһын файҙаланып, берҙәм координаттар киңлеге формалаштырылған, ауыл карталары һәм пландары төҙөлгән. Был маҡсаттарға федераль һәм республика бюджеттарынан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был эш 2003 – 2012 йылдарға иҫәпләнгән “Дәүләт ер кадастрын һәм күсемһеҙ милек объекттарының дәүләт иҫәбен алып барыуҙың автоматлаштырылған системаһын булдырыу” республика маҡсатлы программаһына ярашлы башҡарылған.
Ултырышта тикшерелгән яңы проекттың айырым өлөшө лә бар, ул – Башҡортостан биләмәһендә Рәсәйҙең географик мәғлүмәттәре инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү программаһы. Әлеге документтар 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға