«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Осоу уңайлы буласаҡ



01.02.2013 Осоу уңайлы буласаҡ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “ВИМ-АВИА” компаниялар төркөмө башлығы Рәшит Мурсекаев менән осрашты. Һөйлә­шеүҙә “Өфө” аэропортында база авиакомпанияһы булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.
Һуңғы йылдарҙа “Өфө” халыҡ-ара аэропорты яҡшы үҫешә бара. Уның аша миллионлаған пассажир йөрөй. База авиакомпанияһы булһа, күрһәткестәр тағы ла яҡшырыр ине.
Оҙаҡламай яңы халыҡ-ара терминал төҙөлөшө башланасаҡ. Бығаса булғаны – сәғәтенә 200 пассажирҙы хеҙмәтләндергәне – заман талаптарына тап килмәй. Яңыһы бер сәғәттә 500 кешене үткәрә аласаҡ, тимәк, сират күпкә ҡыҫҡара, тигән һүҙ.
Аэропорттың тағы көтөлгән яңылыҡтарына килгәндә, тиҙҙән был территорияла киң фюзеляжлы (ҙур, ауыр) самолеттар өсөн перрон төҙөү күҙаллана. Был, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, беҙгә илдә алдынғы урындарға сығыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, осош һыҙаттары ла яңыртыла.
“ВИМ-АВИА” компанияһы етәксеһе лә аэропортта халыҡ ағымын арттырыуға ҡоролған үҫеш перспективалары буйынса әүҙем эштәр башланыуын белдерҙе. Бында һүҙ йылдан-йыл ихтыяжлы була башлаған төбәк-ара, республика эсендә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу хаҡында бара. “Башҡортостан Эйр” авиакомпанияһының устав капиталын күтәреү варианты ла ҡарала. Был самолеттар һанын арттырыуға булышлыҡ итер ине.
2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса, “ВИМ-АВИА” компаниялар төркөмөнә ингән “Башҡортостан” авиакомпанияһы 494 мең пассажир ташыған. Был күрһәткес, 2011 йылдыҡына ҡарағанда, 15 процентҡа күберәк. “ВИМ-АВИА”-ның килеме лә 54 процентҡа юғары булған.
Әйткәндәй, былтыр яңы йүнә­леш – геодезия, картография һәм төҙөлөш өсөн аэрофотоға төшөрөү, эшкәртеү буйынса хеҙмәт күрһәтеү – яҡшы үҫеш юлына баҫҡан.
Киләсәктә “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңынан-яңы хеҙмәттәре, эш сифатының күтәрелеүе йәнә лә миллионлаған пассажир өсөн уңай ғына буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға