«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



29.01.2013 Өс һөйләм менән

Алтай крайы, Брянск, Липецк, Тула һәм Ростов өлкәләре менән бер рәттән, Башҡортостанда бы­йыл шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен арттырыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта ҡарасәй-Черкес Республикаһында, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, Воро­неж, Рязань, Тамбов һәм Улья­новск өлкәләрендә шәкәр сөгөлдөрө майҙандары, 2012 йыл менән сағыштырғанда, яҡынса 10 процентҡа кәметеләсәк. Рәсәй Шәкәр етештереүселәр союзының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙҙең бөтә категория хужалыҡтарында татлы тамыр сәсеүлектәре 1,047 миллион гектар кимәлендә баһалана.

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 2012 йыл йомғаҡтары буйынса 105,7 процентҡа еткән. Һуңғы биш йылда республикала сәнәғәт производствоһы индексы, дөйөм Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштыр­ғанда, тотороҡло үҫешә. Илебеҙҙә сәнәғәт производствоһы индексы былтыр 102,6 процент булған.

Донъя кимәлендә танылған билдәле балет артисы, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың 75 йыллығына арналған документаль фильм әҙерләнә. Картинала һүҙ уның бала сағы, йәшлеге, ижады тураһында барасаҡ. 12 сериялы проект Рәсәйҙә төшөрөләсәк, шул уҡ ваҡытта сит ил актерҙары ла йәлеп ителәсәк.

Бөгөн бер һыйырҙан тәүлегенә уртаса 9,1 килограмм һөт һауыла. Һыйыр ағы Саҡмағош (14,8 кг), Стәрлетамаҡ (12,1 кг) һәм Мәлә­үез (12 кг) райондарында башҡа төбәктәргә ҡарағанда күберәк алы­на. Йыл башынан республикала һөттөң тулайым һауымы 84800 тоннанан ашҡан, шуның 36500 тон­наһы эшкәртелгән, 94 процентын ауыл хужалығы предприятиелары әҙерләгән.

ҡазан дәүләт консерваторияһында III “Pianoforum − 2013” Бөтә Рәсәй конкурсы старт алды. Юғары һәм урта махсус музыка уҡыу йорттары уҡыусылары һәм студенттары – Рәсәйҙең егерменән ашыу ҡалаһынан, шул иҫәптән Өфөнән, шулай уҡ ҡаҙағстан һәм Белоруссиянан йәмғеһе 100-ҙән ашыу йәш музыкант ҡатнаша. Бәйге Рәсәйҙә иғлан ителгән Германия йылына арнала, шуға күрә һәр ҡатнашыусының программаһында берәр немец композиторының әҫәре булырға тейеш.

Быйыл республикала яҡынса өс йөҙ мең квадрат метр социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Уның квадрат метры 36 мең һум буласаҡ. ҡулдарында льготалы торлаҡҡа сертификаты булған граждандарға документтар менән эш итеү процедураһы еңеләйтеләсәк.

Өфөнөң ЮХХДИ инспекторҙары “Штраф” операцияһы барышында юл ҡағиҙәһен боҙоп, ваҡытында штрафын түләмәгән 274 кешене асыҡлаған, шуларҙың ун һигеҙе, мирауай суд ҡарарына ярашлы, административ һаҡ аҫ­тына алынған. Дөйөм алғанда, ошо ун көн эсендә 1 555 000 һум күләмендә штраф түләттерелгән. ЮХХДИ инспекторҙары иҫкәртә: юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн тәғәйенләнгән штраф 30 көн эсендә түләнергә тейеш, юғиһә штраф күләме ике тапҡырға арта, йә кеше һаҡ аҫтына алына.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға