«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Пособиеларҙы иҫәпләү тәртибе үҙгәрҙе



29.01.2013 Пособиеларҙы иҫәпләү тәртибе үҙгәрҙе

БР буйынса Социаль страховкалау фондынан хәбәр итеүҙәренсә, бала тәрбиәләү өсөн ай һайын, йөклөлөк һәм сабый табыу айҡанлы түләнгән пособиеларҙы иҫәпләү тәртибе үҙгәрҙе.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан бындай пособиелар ике календарь йыллыҡ эш хаҡы суммаһынан бүлеп иҫәпләнәсәк. Ә быға тиклем ул декрет йә отпускыға тиклемге ун ике айға ҡарап билдәләнә ине.
Пособие календарь көндәре һанына ҡарап бүленәсәк, тик унда ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм сабый тыуыу, бала тәрбиәләү өсөн отпуск, шулай уҡ эш хаҡын тулыһынса йәки өлөшләтә һаҡлап ҡалыу шарты менән хеҙмәткәрҙе ваҡытлыса эштән азат итеү (әгәр ҙә уның өсөн РФ Социаль страховкалау фондына иғәнә индерелмәһә) көндәре иҫәпләнмәй. Ә больничныйҙар өсөн элекке тәртип һаҡлана.
Шул уҡ ваҡытта йөклөлөк һәм сабый табыу, бала тәрбиәләү өсөн ай һайын түләнгән пособиеларҙы иҫәпләү өсөн уртаса бер көнлөк эш хаҡының сиге 1335 һум 62 тин тәшкил итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға