«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Лайыҡлы хеҙмәт тураһында программа ҡабул ителде



29.01.2013 Лайыҡлы хеҙмәт тураһында программа ҡабул ителде

Башҡортостан Хөкүмәте, тө­бәк­тең Профсоюздар федерацияһы һәм республиканың эш тәҡдим итеүселәре берләшмәһе араһында 2025 йылғаса иҫәпләнгән “Башҡортостан Респуб­лика­һында лайыҡлы хеҙмәт” өс яҡлы программаһына ҡул ҡуйылды.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Башҡортостанда әҙерләнгән документтың лайыҡлы хеҙмәт принциптарын бойомға ашырыу һәм үҫтереү буйынса беренсе төбәк программаһы булыуын билдәләне.
Социаль-хеҙмәт өлкәһендәге хәлде яҡшыртыу буйынса берлектә саралар үткәреү бик мөһим. Был эштәр хеҙмәт етештереүсәнлеге күтәрелеүенә, республика һәм айырым предприятиелар кимәлендә килемдең артыуына килтерергә тейеш. Хөкүмәт, профсоюздар һәм эш тәҡдим итеүселәрҙең ошо йүнәлештә башҡарыласаҡ берлектәге әүҙем эшмәкәрлеге – халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә йәнә бер мөһим аҙым.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, республикала 2011 йылдан ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен йыл һайын кәм тигәндә 15 процентҡа арттырыу буйынса саралар планы булдырылған һәм ул тормошҡа ашырыла. 2014 йылға бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен 1,5 тапҡырға арттырыу тураһындағы бойороҡҡа ла ҡул ҡуйылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға