«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә авиация предприятиеларының эшмәкәрлеге киңәйә



29.01.2013 Өфөлә авиация предприятиеларының эшмәкәрлеге киңәйә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Авиация ҡорамалдары концерны” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең генераль директоры Максим Кузюк менән осрашты. Ике яҡлы эшлекле һөйләшеүҙә ошо холдинг составына ингән “Өфө агрегат етештереү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең профилен үҙгәртеү тураһында һүҙ барҙы. Һауа транспортын электр менән тәьмин итеү системаһын етештереүҙең Мәскәүҙән Өфөгә күсерелеүе лә ихтимал.
“Өфө агрегат етештереү берекмәһе” йәмғиәте юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, эшсе коллектив та юғары квалификациялы. Максим Кузюк фекеренсә, етештереү ҡеүәтен модернизациялау ҙа башланасаҡ. Электр менән тәьмин итеү системалары бөтә самолет һәм вертолеттарҙа ҡуйыласаҡ.
Рөстәм Хәмитов, “Авиация ҡорамалдары” концернына ҡараған барлыҡ предприятиеларҙы (улар дүртәү, шул иҫәптән береһе – проект институты) йөрөп сыҡҡас, ундағы хәл-торош үтә ҡәнәғәтләнерлек түгел, тигән һығымтаға килгән. Предприя­тие­ларҙа етештереү күләме ҙур түгел, милек һөҙөмтәһеҙ файҙаланыла. Дөйөм алғанда, концерндың бер нисә йүнәлеше бар – комплекслы система булдырыу, компетенцияларҙы, һөҙөмтәлелекте күтәреү, әлбиттә, яңыртыу. Холдинг үҙе “Ростех” корпорацияһы составына инә, эшмәкәрлеге – һауа суднолары агрегаттарын һәм системаларын әҙерләү, етештереү һәм һатҡандан һуң хеҙмәтләндереү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға