19.10.2010 СМС аша бурысыңды бел
Кәрәҙле телефон беҙгә көндән-көн заман яңылыҡтарын, уңайлыҡтарын еткерә. Тәүҙә СМС-хат яҙыштыҡ, артабан – фотоһүрәттәр ебәрештек, банк картаһында күпме аҡса булғанын да ошолай хәбәр иттеләр. Һанай китһәң, бихисап була инде СМС-ҡа бәйле уңыштар.
Бөгөн килеп, тағы ла бер яңылыҡ: транспорт, ер, мөлкәт һалымы хаҡында ла нәҡ СМС аша белергә мөмкин. Бының өсөн 8-904-73-61-001 абонентына ун ике һандан торған ИНН номерыңды ебәрәһең. Бурысың бармы-юҡмы икәнен белдереп, хәбәр киләсәк. СМС-тың хаҡы – оператор билдәләгән тариф буйынса.
Т. АМАНОВ.