«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 1 февралдән пенсия арта



29.01.2013 1 февралдән пенсия арта

РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән бөтә төр хеҙмәт пенсиялары 6,6 процентҡа күтәрелә. Һәр пенсионерҙың пенсияһы, күләменә ҡарап, индивидуаль арттырыласаҡ. Ике пенсия алыусыларҙың иһә тик берәүһе – хеҙмәт пенсияһы ғына арта.
Республикала 992 мең кеше, шулай уҡ 6 меңдән ашыу хәрби пенсионер яңы күләмдә пенсия аласаҡ. Шулай итеп, Башҡортостанда уртаса хеҙмәт пенсияһы 9 450 һум тәшкил итәсәк. Ә ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы күләме 9 800 һум буласаҡ.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, пенсия түләү өсөн айына өҫтәмә 600 млн һум аҡса кәрәк. Улар бындай финанс менән тәьмин ителгән, хеҙмәт пенсияһы тәғәйенләнгән бөтә граждандар 1 февралдән яңы күләмдәге пенсияһын алып һөйөнәсәк.

БР буйынса Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға