«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Илеш өлгө булырға тейеш



19.10.2010 Илеш өлгө булырға тейеш

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Илеш районында ауыл хужалығындағы хәл-торош менән танышты.
– Илеш районы совет заманында республиканың агросәнәғәт комплексы лидерҙарының береһе ине, һуңғы йылдарҙа ул үҙенең был позицияһын юғалтты, – тине республика башлығы, район буйлап үҙ сәфәре барышында күргәндәренән һығымта яһап. – Был күңелһеҙ хәл. Элек район юғары уңдырышлылығы һәм хеҙмәт дисциплинаһы менән айырылып тора ине. Уның продукцияһы илдең башҡа төбәктәрендә яҡшы билдәле булды. Ләкин һуңғы ун йылда элекке даны юғалды, һәм ул «уртасалар» рәтенә күсте.
Агросәнәғәт комплексы предприятиелары – Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативын һәм «Илеш ауыл хужалығы техникаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, шулай уҡ 86-сы һөнәрселек лицейын ҡарап сыҡҡас, Башҡортостан Президенты Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин менән райондың ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү юлдарын тикшерҙе.
– Иң мөһиме, программа йәлеп ителгән кредиттар һәм инвестиция ресурстары иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Бында эшмәкәрлек майҙаны бик киң, һәм район үҙ позицияларын ҡайтарыр һәм элекке кеүек башҡалар өсөн лайыҡлы өлгө булып торор тип ышанам, – ти Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға