«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



25.01.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Уйландырҙы...
Рәсәй гражданы Никита Кузьмин миллиондан ашыу компьютерҙы зарарлаған вирус уйлап сығар­ғаны өсөн хөкөмгә тарттырыласаҡ.
Алдан билдәләүҙәренсә, уға 95 йылға төрмәгә ултырыу янай. Никита Кузьминды Калифорнияла ҡулға алғандар, һәм ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.
Егет вирус ярҙамында банкылағы иҫәптәргә инеп, бөтә донъя буйынса физик һәм юридик шәхестәрҙән аҡса урлаған. Хатта хөкүмәт учреждениеларын да талаған. Хужаһына миллионлап доллар аҡса килтергән вирусҡа “Гози вирусы” тигән исем биргәндәр. Атап әйткәндә, хакер килтергән зыян 50 миллион доллар тирәһе тип иҫәпләнә. Кузьминдың ярҙамсылары ла булған.
Кузьминдың тикшереү органдары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен иҫәпкә алған осраҡта, язаны бер аҙ кәметеүҙәре лә ихтимал.

Хәүефләндерҙе...
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы етәкселеге ядро ҡоралын һынарға йыйыныуҙары хаҡында рәсми рәүештә хәбәр итте.
Пхеньян хәрби потенциалын юҡҡа ғына киңәйтмәй. Уны был аҙымға барырға ҡан дошманы – Америка менән килешә алмауы этәрә.
Әлбиттә, башҡа илдәр Кореяның был ҡыланышы менән бер ҙә риза түгел һәм электән ҡабул ителгән резолюцияны боҙоп, баллистик ракеталар осороу кеүек эштәргә ҡаршы сығыш яһай.

Йылмайтты...
Илебеҙҙең иң билдәле олигархтарының береһе Борис Бере­зовскийға тыныс ҡына йәшәргә ирек бирмәйҙәр.
Бөйөк Британияла йәшәүсе элекке Рәсәй гражданына ҡаршы тағы ла ығы-зығы ҡупты – элекке ҡатыны байҙан компенсация талап итә. Горбунова менән Березовский 20 йыл бергә йәшәгән, ике балалары булһа ла, никахтарын законлы рәүештә теркәмәгән.
Березовский компенсацияға ҡағылышлы суд эшенең тулыһынса конфиденциаль шарттарҙа үтеүен һорап, мөрәжәғәт итеп ҡараған. Тик уны тыңлаусы ғына юҡ – бөтә киң матбуғат саралары ла һаман түләнмәгән компенсация хаҡында һөйләй, яҙа. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2011 йылда олигарх законлы айырылышыу буйынса рекорд ҡуйғайны инде − ул элекке ҡатыны Галина Бешареваға 220 миллион фунт-стерлинг аҡса күсерҙе. Әлбиттә, уның икенсе ҡатыны ла ошондайыраҡ суммалағы компенсация алырға хыяллана.

Әсендерҙе...
Торлаҡ һәм ер участкалары мәсьәләһе тотош донъяла һәр ваҡыт көнүҙәк.
Британияла йәшәүсе бер ғаилә, торлаҡ төҙөү өсөн рөхсәт ала алмай аптырағас, йорттарын һарайҙары эсенә төҙөп ҡуйған.
Аптыраған көндән шул һарай эсендә матур итеп төҙөлгән ике ҡатлы йорттарында дүрт йыл йәшәгән дә инде улар. Тик полиция вәкилдәре ғаиләнең хәйләһен асыҡлаған. Хәҙер был кешеләрҙе судҡа биреп, йорттарынан сығарғандар ҙа, һарайҙы емереп ташлағандар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға