«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



25.01.2013 Өс һөйләм менән

Аҙна башында Белоретта йәшәүсе ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған ун бала фатирлы булды. Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, ҡыҙ һәм егеттәрҙе тормоштарындағы ҡы­уаныслы ваҡиға менән ҡотлап, тантаналы рәүештә фатир асҡыстарын тапшырған. Былтыр металлургтар ҡалаһында 26 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән.

Бөгөнгә Башҡортостанда йәшәгән йөҙ меңдән ашыу кеше “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” исемен алған. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был категория граждандарына ай һайын 145,93 һум аҡса түләнә. Пенсия йәшенә еткән (ирҙәр өсөн – 60, ҡатындар өсөн – 55 йәш), 40 һәм 35 йыл хеҙмәт стажы булған, бер ниндәй ҙә ташламалар менән файҙаланмаған граждандар “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” исемен алыу өсөн йәшәү урыны буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итә ала.

Гүзәл республикабыҙ буйлап виртуаль сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Фото-сфера.рф сайтында алтмышлаған фото, ун ике объект (Ирәмәл тауы, Павловка ГЭС-ы, ҡыҙыл Шишмә һ. б.) күрһәтелгән. Проект авторы Руслан Батыров әйтеүенсә, биш кешенән торған команда ярты йыл самаһы ошо эш өҫтөндә тир түккән, фотоға төшөрөү өсөн махсус осоу аппараттары алынған.

Башҡорт дәүләт университеты аспиранты, БЮТ-ның әҙәби мөхәррире Кристина Андрианова XIV Бөтә Рәсәй вуз-ара ижади конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. ҡыҙ Урал тураһында хикәйә, шиғыр, интервью, эссе, юлъяҙма, китап һәм кинофильмдарға рецензиялар туп­ланмаһы тәҡдим иткән. Был конкурс 1997 йылдан үткәрелә, быйыл унда 500 студент ҡатнашҡан.

Рәсәй студенттары көнөндә баш ҡалала белем алыусыларға күңелһеҙ булмаясаҡ, уҡыу йорттары бай йөкмәткеле программалар әҙерләгән. Мәҫәлән, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттарын театрлаштырылған тамаша, ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр, йыр-бейеү, пиротехника фонтаны көтә. Уҡыу йорто ректоры Рәил Әсәҙуллин иң әүҙем студенттарға айпад бүләк итәсәк.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға