«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Көньяҡ-көнсығышта арталар



25.01.2013 Көньяҡ-көнсығышта арталар

Республиканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге демографик хәл Белоретта үткән күсмә кәңәшмәлә тикшерелде. Сара­ла ҡатнашыусылар тыуым, үлем һәм миграция күрһәткестәрен барланы.
Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, халыҡ иҫәбе был төбәктә 2010 йылдан 2012 йылға тиклем 251 080 кешенән 242 579-ға тиклем, йәғни 3,4 процентҡа кәмегән. Тыуым күрһәткестәре лә бер аҙ түбәнәйгән. 2010 йылда ул 1000 кешегә – 18,1, 2011 йылда – 17,4, 2012 йылда 16,7 тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа тыуым коэффициенты тотош республикалағынан юғарыраҡ. Халыҡтың тәбиғи артыуы, Белорет районынан тыш, ошо төбәктең барлыҡ райондарында ла күҙәтелә.
2012 йылда көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 3502 кеше үлгән, 2011 йыл менән сағыштырғанда, был 61-гә күберәк.
Сарала медицина учреждениеларында белгестәр етешмәү, тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләренә, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатына ҡағылышлы һорауҙар ҙа тикшерелде. Муниципаль власть тарафынан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ярҙам итеү, уларҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмәне БР Хө­күмәте Премьер-министры урын­баҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға