«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғәтте һаҡлайыҡ тиһәк, ҡалдыҡтар менән эш итә белергә кәрәк



22.01.2013 Тәбиғәтте һаҡлайыҡ тиһәк, ҡалдыҡтар менән эш итә белергә кәрәк

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ултырышында “Производ­ство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” рес­публика законын үтәү буйынса ултырыш булды. Ошо мәсьәләгә арналған сығышында БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология ми­нистры урынбаҫары Ольга Лаздина билдәләүенсә, экология торошона, шул иҫәптән производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары әйләнеше өлкәһенә контроллек итеү − министрлыҡтың төп бурыстарының бере­һе.
Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре үткән йылда 6985 тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу ос­рағын асыҡлаған, улар­ҙың 70 проценттан ашыуы ҡалдыҡтар менән идара итеү өлкәһенә тура килә. 931 санкцияланмаған ҡалдыҡтар сүплеге теркәлгән. Бы­йыл 1 ғинуарға ҡарата 692 санкцияланмаған сүплек бөтөрөлгән. Ти­рә-яҡ мөхиткә зыян килтереүҙе ҡаплау буйынса судҡа дәғүә ебәреү өсөн раҫланған факттар бу­йынса 35 материал әҙерләнгән. Зыяндың дөйөм күләме яҡынса 16 миллион һум тәшкил итә.
Йыл һайын республиканың Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министрлығы ҡыштан һуң территорияны таҙартыу буйынса экологик өмәләр һәм айлыҡтар үткәрә. Былтыр яҙ 249 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған һәм полигондарға, сүплектәргә сығарып түгелгән. 2012 йылдың йәйендә 885 санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеге асыҡланған.
2004 йылдан алып төбәктә 2004 – 2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклемге осорға иҫәпләнгән “Башҡор­тостан Республика­һының экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Ул “ҡалдыҡ­тар” ярҙамсы программаһын да үҙ эсенә ала. Уны ғәмәлгә ашырыу барышында республика бюджеты иҫәбенә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 37 полигон төҙөлгән.
Парламентарийҙар фекеренсә, проблеманы штрафтар менән генә хәл итеп булмай. Сә­нәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Наил ҡотлогил­дин ҡалдыҡтарҙы бөтөрөү системаһын ойоштороуға айырыуса иғтибар бүлергә, был эшмәкәрлек төрөнә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡуш­ты.

Әйткәндәй
Башҡортостан Хөкү­мә­те менән “Башнефть” компанияһы араһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Нефть компанияһы президенты, компания идараһы рәйесе Алек­сандр Корсик һүҙҙәренсә, “Башнефть” компанияһының бурыстары, тәү сиратта, заводтарҙа атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыу сығанаҡтарына контроллек итеү аппаратураһын урынлаштырыуға ҡағыла. Мониторингыны ре­аль ваҡыт режимында ойоштороу күҙаллана.
Атмосфераға “таш­лан­ған” ауырлыҡты “Баш­­нефть” яңыртыу программаһы иҫәбенә кәметергә ниәт тота. Был юҫыҡта ҡулайламаларҙы реконструкциялау барышында мөхит өсөн минималь кире эҙемтәләргә килтергән ҡорамалдар ҡулланыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға