«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү камиллаша



22.01.2013 Дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү камиллаша

Уҙған аҙна аҙағында Рәсәй Федерацияһы Хө­күмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоселектор кәңәшмәһе үткәргәйне. Был сара “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороуға һәм ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләренә арналды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Дмитрий Медведев иң башта уҡ белдереүенсә, дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре менән идара итеү системаһы һәр төбәктә булдырылырға тейеш.
Күп функциялы үҙәктәр селтәрен үҫтереү буйынса төп ауырлыҡ төбәктәргә төшә. Сөнки һәр төбәктә был ҡатмарлы проекттар менән идара итеү системаһы булдырылыуы шарт. Сы­ғымдар ҙа төбәк һәм муниципаль бюджеттар­ҙы проектлау барышында күҙалланырға тейеш.
“Проект өсөн губернаторҙар шәхсән үҙҙәре яуап бирә. Был граждандарыбыҙҙың күпселек өлөшө өсөн ысынында ла мөһим проект булып тора. Сөнки, нисек кенә булмаһын, илдәге барлыҡ граждандарҙың дәүләт структураларына ҡағылышы бар”, – тине Дмитрий Медведев.
Рәсәй Хөкүмәте Рә­йесе күп функциялы үҙәктәр булдырыу ҙур ҡалалар өсөн генә түгел, ә ауылдар өсөн дә көн үҙәгендә тороуын бел­дер­ҙе. Мәҫәлән, ауылда йәшәгән кешеләр берәй белешмә алыр өсөн район үҙәгенә ба­рып, оҙон сираттарҙа торорға мәжбүр. Ә былай булыр­ға тейеш түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға