19.10.2010 Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүенә ҡаршы
Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе тураһындағы мәсьәлә уҙған аҙнаның башында БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың сираттағы ултырышынан һуң әүҙем тикшерелә башланы.
Уның депутаттарының береһе – Нәжиб Йәмилевтың республиканың Мәскәү ваҡытына күсеү тураһындағы закон проектын әҙерләүе тураһындағы хәбәр киң мәғлүмәт сараларында бик тиҙ таралды һәм күренекле ғалимдар, дәүләт власы органдары вәкилдәре, киң йәмәғәтселек яғынан, башлыса, ҡаршы сығыштар тыуҙырҙы. Етмәһә, Башҡортостанда ғына түгел, ә Мәскәүҙең үҙендә лә Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүенең маҡсатҡа ярашһыҙлығы тураһында Рәсәй Фәндәр академияһының География институты директоры урынбаҫары, география фәндәре докторы, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың сәғәт бүлкәттәре һанын оптималләштереү буйынса ҡушҡан йөкләмәһен үтәүсе эшсе төркөм ағзаһы Аркадий Тишков һәм башҡа компетентлы кешеләр үҙ ҡарашын белдерҙе. Уларҙың дөйөм фекеренсә, төбәгебеҙ географик ваҡытҡа тап килгән ваҡыт буйынса йәшәй һәм уны үҙгәртеүҙең һис тә кәрәге юҡ. Етмәһә, бындай күсеүҙең иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығы бик шикле, ә яңы биологик ваҡытҡа ҡулайлашырға тура киләсәк халыҡ өсөн кире эҙемтәһе һис шикһеҙ буласаҡ. Бындай үҙгәртеүҙәрҙән бигерәк тә балалар һәм өлкән быуын кешеләре зыян күрәсәк.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе тураһында бөтә хәбәрҙәр – депутаттарҙың береһенең генә шәхси фекере. «Хөкүмәт һәм Президент кимәлендә был тема бөтөнләй күтәрелмәне, бындай тикшереү планлаштырылмай ҙа, – тип яҙҙы үҙ блогында республика башлығы. – Минең шәхси фекерем: Мәскәү ваҡытына күсеү маҡсатҡа ярашһыҙ. Беҙ дөрөҫ географик һәм биологик ваҡыт буйынса йәшәйбеҙ. Күсеүгә ҡаршы дәлилдәр етерлек килтерелде. Мин уларға ҡушылам».