«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һәр һорауға асыҡлыҡ индерерҙәр



22.01.2013 Һәр һорауға асыҡлыҡ индерерҙәр

1 ғинуарҙан Рәсәй Пенсия фондының федераль “ҡыҙыу бәйләнеш” номеры үҙгәрҙе. Хәҙер шылтыратыуҙар 8-800-510-55-55 һаны буйынса ҡабул ителә.
Пенсия фонды 2010 йылда буласаҡ пенсияға ҡағылған һорауҙар буйынса тулыраҡ мәғлүмәт биреү маҡсатында “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырғайны. Граж­дан­дар дәүләт финанслауындағы пенсия программаһына инеү, уның шарттары тураһында ентекләп һораша ала, шулай уҡ дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарының законһыҙ аҙымдарына рәсми ялыу ҡалдырырға мөмкин.
“ҡыҙыу бәйләнеш” операторҙары эш биреүселәргә һәм үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәргә лә консультация бирә. Шылтыратыу бушлай һәм ул тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

Пенсия фондының БР буйынса
бүлексәһенең мәғлүмәт хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға