18.01.2013 Өс һөйләм менән
Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, 14-се һәм 20-се мәктәптәр уҡыусылары Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Планета киләсәге” халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр ижады конкурсының “Һынлы сәнғәт” номинацияһында лауреат булған. Улар вокал, драма, хореография сәнғәте номинацияларында көс һынашҡан, шулай уҡ инструменталь, һынлы сәнғәт һәм эстрада жанрҙарында еңеүселәр билдәләнгән. Бәйгелә Магадан, Тула, Сахалин өлкәләренән, Приморье, Алтай крайҙарынан, Якутия (Саха), Татарстан, Коми Республикаларынан йәмғеһе 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Өфөлә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме 2012 йылда 9,2 процентҡа – 766,9 мең квадрат метрға тиклем артҡан, 413,4 мең “квадраты” – күп ҡатлы йорттарҙағы фатирҙар, 353,5 меңе – шәхси йорттар. Баш ҡала хакимиәте белгестәре фаразлауынса, быйыл сафҡа индерелгән торлаҡ күләме – 815 мең квадрат метрға тиклем, ә 2015 йылға 925 меңгә тиклем артырға мөмкин. Өфөнө үҫтереү буйынса төп йүнәлеш – Ағиҙел аръяғы биләмәһе, 15 йыл дауамында унда майҙаны ете миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөү ҡарала.
2015 йылға тиклем баш ҡаланың төрлө урындарында ун ике һәйкәл ҡалҡасаҡ. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ғабдулла Туҡай, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Лотфуллин, Михаил Нестеров, Рудольф Нуриев, Зәки Вәлиди, Павел Мироновтарҙың һыны мәңгеләштереләсәк. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары, 1941 – 1945 йылғы һуғышҡа тәүгеләрҙән фронтҡа китеүселәр, Чернобыль һәм башҡа авария, катастрофа, ядро ҡоралы һынауҙары эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеүселәр иҫтәлегенә һәйкәлдәр ҡуйыласаҡ.
Тиҙҙән Өфөнөң “Конгресс-холл” биләмәһе үҙенсәлекле архитектура композицияһы менән һушты аласаҡ. Архитекторҙарҙың төп мәсьәләһе – бинаның көньяҡ өлөшөндә концерт амфитеатры төҙөү, ә төньяғында йәйәүлеләр юлы буласаҡ. Бөгөн проект раҫланған, тиҙҙән төҙөлөш эштәре башланасаҡ.
Баш ҡалала “Миңә ғаилә кәрәк” проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып 14 етем бала ғаиләләргә урынлаштырылған. Был проект баш ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы менән 2011 йылдың декабрендә булдырылған. Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә ике балалар йорто, ике приют һәм бер сабый йорто эшләй.
Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.