«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы урынбаҫарҙар эш башланы



18.01.2013 Яңы урынбаҫарҙар эш башланы

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары итеп бығаса Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән Азат Кәлимуллинды тәғәйенләне.
Азат Мостафа улы Күмертау ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Өфө дәүләт сервис институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Күмертауҙағы йылылыҡ-электр үҙәгендә иретеп йәбештереүсе булып башлаған. 1992 йылдан 2004 йылға тиклем ҡалала РФ Һалым һәм йыйымдар буйынса министрлығы инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы, баш дәүләт һалым инспекторы, етәксе урынбаҫары, 2004 − 2008 йылдарҙа – Күмертау ҡалаһында Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 17-се район-ара инспекцияһы начальнигы вазифаһында эшләй.
2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була.
***
Рөстәм Хәмитов БР Туризм буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫарын да тәғәйенләне.
Сергей Михайлович Клименко 1981 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, маркетолог квалификацияһына эйә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2002 йылда “Вся Уфа” продюсерлыҡ үҙәгендә хәбәрсе булып башлаған, артабан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында эшләй, 2009 йылдан “Эфир” телерадиокомпанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға