«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тимер юлы үҫеше ҡаралды



18.01.2013 Тимер юлы үҫеше ҡаралды

Республика йортонда Бр Президенты “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин һәм уның урынбаҫарҙары Сергей Блохин, Дмитрий Новиков менән осрашты. Бында Өфөнөң тимер юлы вокзалындағы реконструкцияны тамамлау, ҡаланың көньяҡ өлөшөндә юлдар төҙөү, “ҡала электричкаһы” проекты перспективалары тураһында һүҙ барҙы.
Республика башлығы әйтеүенсә, беҙҙең Куйбышев тимер юлы менән мөнәсәбәттәр һәр саҡ яҡшы булды, Башҡортостан йөк ташыу буйынса илдә алдынғы өсәү иҫәбенә лә инә.
Әле Дим – Шаҡша участкаһында тиҙ йөрөшлө электропоезд ебәреү мәсьәләһе ҡарала. Иң сетерекле проблемаларҙың береһе – тимер юл вокзалын реконструкциялауҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы. Бынан тыш, Өфө янында ҙур предприятиелар төҙөү ҙә күҙаллана, шунлыҡтан тимер юлдар бик мөһим. Был юҫыҡта һәр яҡҡа ла килешеп эшләү зарур.
Сергей Соложенкин белдереүенсә, беҙҙең республика йөк һәм пассажирҙар ташыу буйынса һәр саҡ лидерҙар рәтендә. Берлектәге перспектив проекттар ҙа бар. Мәҫәлән, “Башнефть” менән автоматлаштырылған идара системалары тирәләй пилот проекты эшләнә, артабан ул ”Газпромнеф­техим Салауат” йәмғиәтендә һ.б. ҙур предприятиеларҙа ла файҙаланыласаҡ. Вокзал эштәренә килгәндә, бер нисә йылдан Башҡортостанда халыҡ-ара саммиттар уҙыуын иҫәпкә алып, платформа хужалығы өсөн тәғәйенләнгән аҡсаның арыу ғына өлөшө республикаға бүленеүе ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға