«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йыл йомғаҡтары һәм алға бурыстар



18.01.2013 Йыл йомғаҡтары һәм алға бурыстар

Аҙна башында Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенең яңы йылдағы тәүге оператив кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда республика етәксеһе 2012 йылға йомғаҡ яһаны һәм яңы башланғанына бурыстар билдәләне.
Рөстәм Хәмитов, демографик күрһәткестәргә туҡталып, уларҙың Башҡортостанда социаль өлкәнең уңышлы үҫеше хаҡында һөйләүен белдерҙе. Былтыр республикала 58,5 меңдән ашыу бала тыуған. 1991 йылдан алып был – иң яҡшы күрһәткес.
Республика Президенты, 2011 йыл менән сағыштырғанда, сәнәғәт производствоһы үҫешен һәм тулайым төбәк продуктының ярайһы уҡ артыуын билдәләне.
2012 йылдың 1 декабренә сәнәғәт етештереүе күләме 2011 йылға ҡарата 105,5 процент тәшкил иткән. Ул күрһәткестең тотош бер йылға 105 – 106 процент тирәһе булыуы күҙаллана. Был насар түгел. Тулайым төбәк продукты, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, бер триллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
2012 йыл уңыштары иҫәбендә Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуын да әйтеп үтмәй булмай.
– Инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеге буйынса әлегә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инмәйбеҙ, әммә тәүге унау исемлегендә ышаныслы торабыҙ. Был насар түгел, сөнки ике йыл элек ни бары 30 – 40-сы урындарҙы биләй инек, – тине Рөстәм Хәмитов.
Уның һүҙҙәренсә, 2013 йыл республикала ҙур төҙөлөш эштәрен башлау йылына әүерелергә тейеш. Һүҙ бер нисә сәнәғәт предприятиеһы, ШОС һәм БРИКС саммиттарына объекттар, Пара­лимпия үҙәген төҙөү хаҡында бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға