15.01.2013 Донъя яңылыҡтары
Грузияла – ҙур амнистия
Грузияла сәйәси статьялар буйынса хөкөм ителгәндәрҙе иреккә сығарыу буйынса масштаблы амнистия иғлан ителгән.
Әлеге көндә 200-гә яҡын кеше төрмәнән сыҡҡан. Ике ай эсендә ауыр булмаған һәм иҡтисади енәйәттәрҙә ғәйепләнеүсе өс мең тотҡон иреккә сығасаҡ. Амнистия тураһындағы закон парламент тарафынан былтыр декабрҙә ҡабул ителгәйне. Тотҡонлоҡтан азат ителеүселәр араһында „Рәсәй шпиондары” тип атап йөрөтөлгән Рубен Шикоян, Тариель Абашидзе, Гела Какабадзе, Вячеслав Плужников һәм башҡалар бар. Шулай уҡ Грузияның йыйылма футбол командаһы футболсыһы Гиоргий Дематрадзеға ла амнистия иғлан ителгән.
Министрлыҡтар һаны арта
Рәсәйҙә тәбиғәт ресурстары министрлығы ҡайтанан тергеҙеләсәк.
Яңы ведомство балыҡсылыҡты көйләү, урман хужалығы һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнәсәк. Балыҡсылыҡ тармағы Ауыл хужалығы министрлығынан сығарыласаҡ. Аналитиктар һуңғы дүрт йылда балыҡ үрсетеү һәм уны аулау күләменең кәмеүен билдәләй.
Яңы структурала был тармаҡты үҫтереү менән профессионалдар шөғөлләнәсәк. Ауыл хужалығы министрлығын Аҙыҡ-түлек ресурстары министрлығы тип тә үҙгәртеүҙәре ихтимал.
Юлбарыҫтарҙы үлтереү кемгә кәрәк?
Билдәле цирк артисы Артур Багдасаров үҙенең труппаһындағы юлбарыҫтарҙы ағыулағандар тип белдергән.
Эксперттар ике хайуандың да бауырында көслө этиленгликоль ағыуын тапҡан. Билдәле булыуынса, декабрҙә уларҙың етенсе юлбарыҫы үлгәйне. Һигеҙенсеһен ҡотҡарып ҡалһалар ҙа, ул һуҡырайған. Труппа етәксеһе әйтеүенсә, дүрт аяҡлы артистарҙы үлтереү яуыз ниәттән сығып эшләнгән, шуға ла тиҙҙән барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә полиграф аша тикшереү үтәсәк.
Кубаларға барлыҡ юлдар асыҡ
Куба граждандары хәҙер сит илгә властарҙан махсус рөхсәт һорамайынса ла сыға ала.
ҡулыңда сит ил паспортың, юл йөрөү билетың ғына булһын. Сит илдә рөхсәтһеҙ булыу ваҡыты – 1 айҙан 24 айға тиклем. Элек азатлыҡ утрауында йәшәүселәргә урындағы миграция эштәре буйынса идаралыҡтан рөхсәт биреүсе документ алыу шарт ине. Медицина белгестәре, министрлыҡ рөхсәт итмәһә, сит илдәргә сәйәхәткә сыға алманылар. Әлеге сикләүҙәр спортсыларға, дәүләт серен һаҡлаусыларға ғына ҡағыла.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.