«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сифатлы яғыулыҡта йөрөйбөҙ



15.01.2013 Сифатлы яғыулыҡта йөрөйбөҙ

Сифатлы яғыулыҡта йөрөйбөҙ
Йыл башынан Рәсәйҙә икенсе класлы (“Евро − 2”) яғыулыҡ әйләнеше тыйылды.
Был юҫыҡта үҙгәрештәр ил Хөкүмәте тарафынан 2011 йылдың көҙөндә үк хупланып, “Евро − 2”-не һатыу 2012 йылдың 31 декабренә тиклем рөхсәт ителгәйне. Тағы ла шуныһы – “Евро − 3” – 2014 йылдың, ә “Евро − 4” 2015 йылдың 31 декабренәсә әйләнештә була.
Ошондай ҡарарҙың сәбәбе – Ватан автомобилселәренең 50 процентының икенсе класлы һәм унан да түбән бензин ҡулланыуы. Властар, нефть эшкәртеү заводтары юғары экологиялы төркөмгә ингән бензинды тейешле күләмдә етештереп өлгөрмәҫ, тип тә шикләнде. Ә Өфөнөң нефть эшкәртеү заводтарында яңы техник регламент әҙерләнгән ваҡытта уҡ юғары сифатлы экология төркөмөнә ҡараған бензин етештереү күҙалланған булған. Һуңғы тиҫтә йылда ҡорамалдарҙы яңыртыу ҙа яғыу­лыҡты “Евро − 4” һәм ”Евро − 5” стандартына тура килтереп сығарыуға ярашлы башҡарылған. “Евро − 5” дизель яғыулығының беренсе партияһы республикала 2008 йылда етештерелгән. Әле “Баш­нефть” автозаправкалау станцияларында бишенсе класлы яғыулыҡ һатыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға