15.01.2013 Аграрийҙар өмөтләнә ала
Башҡортостанда фермер хужалыҡтарына, инвестиция проекттарына ярҙам итеү, йәш белгестәрҙе ауылға йәлеп итеү, республиканың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондары иҡтисадын үҫтереү буйынса комплекслы программаларҙы тормошҡа ашырыу яңы башланған йылда ла өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, 2013 йылда республикала элиталы орлоҡсолоҡҡа ярҙамға, күп йыллыҡ үҫемлектәр ултыртыуға һәм уларҙы ҡарауға, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә, кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә, уңышты страховкалауға аҡса бүленәсәк. Яңылыҡ та бар − төбәктә тәүгә гектарлап субсидиялау индерелә, ул үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һәм ашламалар һатып алыуҙы субсидиялауҙы, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарына ташламаларҙы алмаштыра.
Малсылыҡта һөткә субсидиялар, тоҡомло малсылыҡ, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ тармаҡтарына, малсылыҡ фермаларына ярҙам һәм яңы эш башлаған фермерҙарға гранттар һаҡланып ҡала.
Үткән йәйҙә республиканың күп кенә районы ҡоролоҡтан йонсоно. Уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә федераль бюджет бүлгән аҡсаның февраль аҙағынаса килеп етәсәген вәғәҙәләйҙәр.