«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



11.01.2013 Өс һөйләм менән

26 – 27 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостандың Фелинология федерацияһы Кубогына халыҡ-ара бесәйҙәр күргәҙмәһе үтә. Унда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ күрше республика һәм өлкәләрҙән йөҙләгән бесәй ҡатнашасаҡ. Бындай күргәҙмәләр баш ҡалабыҙҙа йылына ике тапҡыр ойошторола.

Икенсе бала тыуғанда ғаилә капиталын биреү программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып РФ Пенсия фондының Хәйбулла районындағы идаралығы “әсәлек капиталы”на 1785 сертификат тапшырған, уларҙың 259-ы 2012 йылда бирелгән. Сертификат ярҙамында 700-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Бөгөнгә 339 кеше “әсәлек капиталы” менән тулыһынса файҙаланған.

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән, республикала 21 ғинуарҙан алып 21 февралгә тиклем “ҡаргиҙәр” махсус операцияһы уҙасаҡ. Айлыҡ ошо мототранспортты файҙалағанда ҡағиҙәләр боҙоуҙы профилактикалау маҡсатында ойошторола. Операцияны БР Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм башҡа техника төрөнөң техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы контролдә тота.

2008 – 2012 йылдарҙа Өфөлә 73 меңдән ашыу юғары синыф уҡыу­сыһы наркотикка тест үткән. Ул йәш быуын араһында наркомания, алкоголизм, токсикомания, тәмәке тартыуҙы профилактикалау өсөн уҙғарыла. Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау идаралығы Республика наркология диспансеры менән берлектә ойоштора.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылда 430 бала ваҡытлыса яңы ғаиләгә урынлаштырылған. Етмешенә бәхет йыл­май­ған – уларҙы уллыҡҡа алғандар, 51 бала үҙ ата-әсәһенә ҡайтарыл­ған. Әммә барыһы ла ғаилә йылыһын тапҡан тип әйтеп булмай, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа йәшәүселәр һаны кәмемәй, опека органдарында 3757 бала иҫәптә тора.

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында республикала ун меңдән ашыу кеше ОРВИ менән сирләгән, ә Өфөлә 2700 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, ауырыусыларҙың 65 проценты – ун биш йәшкә тиклемге балалар. Былтырғы менән сағыштырғанда, был 50 процентҡа кәмерәк. Шөкөр итәйек – киҙеү менән сирләүсе теркәлмәгән.
Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға